

15 декабрҙә Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылдың июнендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бейеүсе- яугир Илнар Хәтмуллиндың ғаиләһендә булды.
Илнар 2000 йылда бейеүселәр ғаиләһендә тыуған. Һәм бар ғүмерен бейеүҙәр менән бәйләгән. Бәләкәйҙән ул сәхнәлә сығыш яһай, үҫмер сағында балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә, һуңынан Өфөләге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына уҡырға инә.
2015 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты ҡарамағындағы «Сармат» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә сығыш яһай. Ә 2017 йылдан Сибай концерт-театр берекмәһе артисы була.
2019-2020 йылдарҙа әрме хеҙмәтен үтә, үҙенең ғәскәри часы ансамбле солисы була. Хеҙмәттән ҡайтҡас, Сибай филармонияһында эшләүен дауам итә. 2022 йылда Илнар өйләнә, ә 2023 йылдың февралендә йәш ғаиләнең Аслан исемле улдары тыуа.
2022 йылдың 26 сентябренән Илнар өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыла, махсус хәрби операцияның алдынғы позицияларында була. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә.
Һәләк булған яугирҙең әсәһе Лариса Шәйнур ҡыҙ менән аралашҡанда Радий Хәбиров уға ижади яҡтан һәләтле һәм ҡыйыу ул, Рәсәйҙең ысын патриоты тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Илнараның тормош иптәше Фидалия әлегә декрет ялында булыуы, һуңынан үҙенең һөнәре - иҡтисадсы буйынса эшкә урынлашырға йыйыныуы хаҡында һөйләне.
- Беҙ һеҙгә эшкә урынлашыуҙа мотлаҡ ярҙам итербеҙ, ә улығыҙҙы үҫтерергә һәм тәрбиәләргә бар республика ярҙам итәсәк. Һәләк булған балаларҙың балалары - беҙҙең айырым иғтибарға алынған, - тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30-сы ижад миҙгелен асыу алдынан Сибай концерт-театр берләшмәһендә «Сибай» халыҡ ансамбленең репетициялар залына Илнар Хәтмуллиндың исеме бирелде. Залға инеүселәрҙе хәҙер геройҙың портреты ҡаршы ала.
Фото: "Башинформ".