Геройҙар дәүере
17 Декабрь 2023, 14:00

МХО-ла "Ленин" да бар!

Яугир ни өсөн "Ленин" позывнойлы икәнен түбәндәге яҙмала уҡығыҙ...

МХО-ла "Ленин" да бар!МХО-ла "Ленин" да бар!
МХО-ла "Ленин" да бар!

Салауат районынан 47 йәшлек ирекмән "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальоны составында "Ленин" позывнойлы булып хәрби хеҙмәтен үтәй. 

"Ленин" позывнойлы яугир алғы һыҙыҡта батырлыҡ өлгөһө күрһәтә, бер ваҡытта ла зарланмай. Уның иңендә Чечняла алған тәжрибәһе лә бар.

Ә ни өсөн "Ленин"мы? Сөнки ҡатынының исеме Лена. Мөхәббәте уға көс бирә, киләсәккә өмөт уята. "Ленин"дың Ленаһы янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Фото: "Салауат ерендә" гәзитенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас