Геройҙар дәүере
18 Декабрь 2023, 13:00

Олатаһы танкист булған...

"Мин уны Сирияға ла ебәрмәҫкә тырыштым, аҙаҡ күндем..."

Олатаһы танкист булған...Олатаһы танкист булған...
Олатаһы танкист булған...

Аделяның улы йылдан ашыу инде махсус хәрби операция зонаһында. Әсә тәүҙә  уның өсөн бик ныҡ ҡайғырыуы, аҙаҡ ҡәҙерле кешеһенең ҡарарына  нисек күнеүе тураһында “Кумертауское время” гәзите хәбәрселәренә һөйләгән.

Раян йәше тулып, армия хеҙмәтенә алынғас, киләсәктә хәрби булырға хыяллана. Тәүге контрактын төҙөй. Сирияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Улы өсөн көн һайын ут йотоп йәшәгән әсәнең хәлен аңлайһығыҙҙыр.

– Мин уны Сирияға ебәрмәҫкә тырыштым, аҙаҡ күндем. Көслө рухлы, ҡаты характерлы ул үҫтергәнемә ҡыуанып та ҡуйҙым. Улдарын, ирҙәрен яу яланынан көткән ҡатындарға үҙҙәренең психик сәләмәтлектәрен күҙәтергә, һаҡларға кәңәш итәм. Һәр әсә, ҡыҙ бала, ҡатын, апай-һеңле ҡәҙерле кешеләрен һау-сәләмәт көтөп алһын, үҙҙәрен киләсәк  өсөн  һаҡлаһын, һөйөүҙәрен бүләк итһен  өсөн тырышһын. Беҙ бының өсөн, балалар һәм ейәндәрҙең киләсәге өсөн көслө булырға тейешбеҙ, – ти ул.  

Һалдаттың әсәһе әйтеүенсә, батыр булыу өсөн кәүҙәңдең елле булыуы ла кәрәкмәй. “Ҡаҡса кәүҙәле егеттә рухтың ныҡлығы аптыратып та ҡуя. Алтмыш килограмдан саҡ ҡына артығыраҡ кәүҙәле үҙе. Донбассҡа китер алдынан: ”Нисек кенә булмаһын, ҡаты торорға кәрәк, әсәй. Еңмәһәк, барыбыҙға ауыр буласаҡ”, – тине ҡәтғи генә улым. Ватан ҡурҡыныс аҫтында икән, бер һүҙһеҙ уны  яҡлауға күтәрелергә кәрәк икәнлеген аңғартты. Улымдың ҡартатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында 25 йәшендә немецтарға ҡаршы көрәшкән, танкист булған. Раян был хаҡта белгәс, бик аптыраны, сөнки уға ла шул уҡ йәштә һуғышҡа китергә тура килде бит. Быуындар араһында шундай бәйләнеш булыуы ғәжәп тойола”, – ти Аделя.

Әсәнең әйтеүенсә, тулҡынланыу һәм борсолоуҙар бер яҡтан ауыр тәьҫир итһә, икенсе яҡтан, улыңдың Ватанға хеҙмәт итеүе ғорурлыҡ тойғоһо уята. “Тап ошоноң һинең  күп йыллыҡ тәрбиәңдең емеше икәнен аңлайһың”, - ти Аделя.

Фото: "Красная весна" баҫмаһы. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас