

Иҫке Балтас ауылы егете илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс тә, хеҙмәткә барырға теләк белдерә.
— Тик әсәйем менән ҡатындың ризалығын ала алманым. Икенсе тапҡырында улар менән мәсьәләне уртаға һалып, төптән, уйлап һөйләшкәндән һуң күндерҙем һәм бер йылға контракт төҙөнөм, – ти ул.
Рядовой “Татарин” махсус хәрби операция зонаһында тәьмин итеү ротаһында хеҙмәт итә, ҡеүәтле КамАЗ машинаһында алғы һыҙыҡҡа һуғыш кәрәк-яраҡтары ташый, тип яҙа "Балтач таңнары" гәзите. Башҡортостан егеттәре менән бер туғандай булып, үҙ-ара ярҙамлашып эш итәләр. “Ҡайҙа, ни өсөн килгәнебеҙҙе белгәс, төрлө ҡатмарлы хәлдәргә әҙербеҙ, зарланырға сәбәп юҡ”, - ти яугир.
Оҙаҡламай “Татарин”дың тормош иптәше бишенсегә бәпес алып ҡайтасаҡ, тимәк, тормош дауам итә. Яҡташтары батыр яугирҙең иҫән-аман, еңеү менән тыуған яғына, ғаиләһе янына тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,контракт төҙөү өсөн республика халҡы берҙәм 177 номеры буйынса мөрәжәғәт итә, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ яҡындағы “Мои документы” күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Бөтә һорауҙарығыҙға башбат.рф сайтында яуап табырға мөмкин
Фото: https://baltachtan.ru