Геройҙар дәүере
20 Декабрь 2023, 10:00

15-се ылау юлға сыҡты

Хәйбуллалар был юлы бер "УАЗ" һәм ике "Нива" автомобилдәре лә оҙатты.

15-се ылау юлға сыҡты15-се ылау юлға сыҡты
15-се ылау юлға сыҡты

Хәйбулла районынан махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтары өсөн 15-се гуманитар ылау юлға сыҡты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештәге" сәхифәһенә яҙған.

"Махсус хәрби операция башланғандан алып Хәйбулла районынан 15 гуманитар ылау оҙатылды. Бөгөн сираттағыһы юлға сыҡты. Гуманитар ылауға ир-егеттәр һораған әйберҙәрҙән тыш, бер "УАЗ" һәм ике "Нива" автомобилдәре лә ҡушылды. Яҡташтарға шулай уҡ Яңы йыл бүләктәре лә әҙерләнек: күстәнәстәр һәм район символы баҫылған тимер көрөшкәләр ебәрҙек.

Шуныһы ҡыуаныслы: яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙа бөтә район халҡы ҡатнаша. Уларҙың һәр ҡайһыһына оло рәхмәтемде еткерәм! Иҫән-һау булығыҙ, аяҙ күк йөҙө теләйем!" - тип яҙған Рөстәм Динислам улы.

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 

15-се ылау юлға сыҡты
15-се ылау юлға сыҡты
15-се ылау юлға сыҡты
15-се ылау юлға сыҡты
15-се ылау юлға сыҡты
15-се ылау юлға сыҡты
15-се ылау юлға сыҡты
15-се ылау юлға сыҡты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас