

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына һәр район һәм ҡала халҡы даими рәүештә гуманитар ылау оҙата. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Рауил ауылы мәсете имам-хатибы Рәсүл Ишмөхәмәтов махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ит ебәргән.
Рәсүл Ишмөхәмәтов ҡатыны Мәүлиҙә апай менән бергә махсус операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам итәләр. Мәүлиҙә апай ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы менән бергә һалдаттар өсөн ҡаҙы эшләгән.
Гуманитар ярҙамды имам-хатиптың ҡустыһы, отставкалағы хәрби Рафаэль Ишмөхәмәтов алып барасаҡ. Рәсүл ағайға һәм уның ҡатынына сәләмәтлек теләйбеҙ, уларҙың тормошо гөрләп, оҙон һәм бәхетле булһын!
Фото һәм текст сығанағы: "Абзелил" гәзитенән