Геройҙар дәүере
20 Декабрь 2023, 16:00

МХО биләмәһендә йыр-моңға ла урын бар!

Радик Кәримовтың ("Кәрим") баянда уйнағанын да, йырҙарын да "Башҡортостан" полкы яугирҙәре бик яратып тыңлай.

МХО биләмәһендә йыр-моңға ла урын бар!МХО биләмәһендә йыр-моңға ла урын бар!
МХО биләмәһендә йыр-моңға ла урын бар!

Махсус хәрби операция биләмәһендә алыштар бара. Быны һәр кем аңлай. Тик ҡорал тотоп Тыуған илебеҙҙе яҡлаған ир-аттарыбыҙ буш ваҡыттарында күңел асып алырға ла маһир. Талантлы, моңло яҡташтарыбыҙ күп бит! Уларҙың береһе менән махсус хәрби операция биләмәһендә командировкала булған саҡта Башҡортостан журналистары ла осрашҡан. Бөгөн иғтибарығыҙға һәләтле Ғафури егетенең йырлағанын тәҡдим итәбеҙ.

“Егеттәребеҙ йыр-моңға ла маһирҙар. Ялға сыҡҡанда һағышланып та алалар. Ғафури районы Үтәк ауылы егете, взвод командиры Радик Кәримовтың ("Кәрим") баянда уйнағанын да, йырҙарын да "Башҡортостан" полкы яугирҙәре бик яратып тыңлай.

Беҙгә лә йырлап ишеттерҙе ул. Рәхмәт һиңә! Имен-аман ғына булығыҙ!” – тип яҙҙы был турала үҙенең социаль селтәрендә Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов.

Матур йырлай бит?!

Видео Вәдүт Исхаҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас