Геройҙар дәүере
21 Декабрь 2023, 10:00

Хәрби комиссар көтөлмәгән ҡарар ҡабул итте

"Егеттәрҙе хеҙмәткә оҙатҡанда, гуманитар ылау илткәндә һәр ваҡыт шул турала уйланым..."

Хәрби комиссар көтөлмәгән ҡарар ҡабул иттеХәрби комиссар көтөлмәгән ҡарар ҡабул итте
Хәрби комиссар көтөлмәгән ҡарар ҡабул итте

Шишмә районының хәрби комиссары кабинеттағы эшен махсус хәрби операция зонаһындағы хеҙмәткә алыштырҙы, тип яҙа “Родник плюс” гәзите. Уның менән бергә йәнә ике яҡташы ла Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән.

“Был ҡарарға бер көндә генә килмәнек, барыһы ла уйланылған, үлсәнелгән. Егеттәрҙе хеҙмәткә оҙатҡанда, гуманитар ылау илткәндә һәр ваҡыт шул турала уйланым. Ғаиләмде лә яйлап әҙерләнем. Яҡындарыма минең ҡарарымды ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт. Һис һүҙһеҙ еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ”, – ти Илфир Сәлимгәрәев.

 Район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров яугирҙәрҙе оҙатҡанда  хәрби комиссарҙың ситтә ҡалмаясағына, яҡташтары менән бергә буласағына икеләнмәгәнен әйтте. ”Беҙ бөгөн  алғы һыҙыҡта бөтәбеҙҙең тыныслығын һаҡлаған  һәр яугиргә рәхмәт белдерәбеҙ!” – тине район етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Фото:”Родник плюс” гәзите.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас