

Улдары Ватан һағында уяу торған, батырҙарса һуғышҡан яугирҙәрҙең әсәләре бөгөн ниндәй уйҙар менән йәшәй? Тыл ни тиклем нығыраҡ, фронт шунса көслөрәк. “Дельфин” позывнойлы яугирҙең Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында йәшәгән әсәһе лә ошо уҡ фекерҙә, улын көтә, уның өсөн посылкалар әҙерләй, ағинәйҙәр менән маскировкалау селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре эшләй һәм батыр улына иҫәнлек теләп, доға уҡый, тип яҙа "Ашҡаҙар таңдары".
– Минең улым дивизион командиры булып хеҙмәт итә. Ул – дүрт бала атаһы. Бронь булыуына ҡарамаҫтан, алғы һыҙыҡҡа ынтылды. Мин уға ҡаршы төшөп ҡараным, тик яуап ҡыҫҡа булды:”Әсәй, мин бит офицер, был минең бурысым, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ”, – тип тынысландырҙы. Беҙ уға фатихабыҙҙы бирҙек, әлбиттә, бик ныҡ борсолабыҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ ҙа. Ул Ҡазан юғары хәрби артиллерия команда училищеһында уҡыны һәм армия хеҙмәтен Чечня республикаһында үтте. Йоҡоһоҙ төндәр, борсоулы көндәр менән үтте был осор. Шул саҡта мин Хоҙай Тәғәләгә доға менән мөрәжәғәт итә башланым, намаҙ уҡыным, Ҡөрьәнде ҡулдан төшөрмәнем. Минеңсә, доғаларым улыма ярҙам итте. Бөгөн дә һәр көнөм доға менән башлана. Мин бөтә яугирҙәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын, әсәләрҙең улдарын көтөп алыуҙарын теләйем,– ти әсә.
Беҙ ҙә әсәнең теләгенә ҡушылабыҙ, яугирҙәребеҙ тиҙерәк еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!
Фото:https://ashzori.ru/news/obshchestvo/2023-12-16/molitva-materi-silney-vsego-na-svete-3569585