Геройҙар дәүере
22 Декабрь 2023, 04:00

Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан!

"Кейек ҡаҙ юлдары"н йырлап махсус хәрби операцияға киткән яҡташыбыҙ Артур Хәсәнов әле ялда.

Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан!Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан!
Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан!

Өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әле МХО-ла булған"Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарып танылыу алған Артур Хәсәнов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

Йырсы ялда саҡта ла ваҡытын бушҡа үткәрмәй - байрам алды корпаративтарында сығыш яһай. Был хаҡта уның дуҫы, популяр алып барыусы Рөстәм Хәсәнов хәбәр итә.

"Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән! Саҡмағоштағы "Какаду" кафеһындағы банкетта махсус ҡунаҡ булып Артур Хәсәнов та йырланы. Ул бер аҙға ялға ҡайтты. Уны күргегеҙ килһә, яҙығыҙ, шылтыратығыҙ. Ул 8 ғинуарға тиклем Башҡортостанда буласаҡ",  - тигән.

Тимәк, Яңы йыл табындарында Артур Хәсәнов яҡындары янында булып, "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын йырлаясаҡ.

Фото: "Интертат"

Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан!
Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас