Геройҙар дәүере
22 Декабрь 2023, 12:00

Генератор ҙа, туҡмас та буласаҡ...

Сит төбәктәрҙә йәшәгән  яҡташтар ҙа яугирҙәргә ярҙам итеүҙән ситтә ҡалмай.

Генератор ҙа, туҡмас та буласаҡ...Генератор ҙа, туҡмас та буласаҡ...
Генератор ҙа, туҡмас та буласаҡ...

Яңауыл районының Туртыҡ ауылы халҡы ғүмер буйы  бер ғаиләләй дуҫ-татыу йәшәй. Махсус хәрби операция башланғас, сит төбәктәрҙә йәшәгән  яҡташтар ҙа яугирҙәргә ярҙам итеүҙә берҙәмлек күрһәтте.

“Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яугирҙәрҙең һорауы буйынса генератор һәм бензопила  өсөн аҡса йыйылды”, – ти хәбәр итә “Яңауыл таңдары”.

Ауылдаштар яугирҙәр өсөн тәмле ризыҡтар ебәреп, уларҙы һөйөндөрмәксе итә. Улар Зилә  һәм Әлфрит Хәбибуллиндар йортона йыйылып, күмәкләп туҡмас ҡырҡып, киптереп  һалдаттарға оҙатыу өсөн әҙерләне. “ Егеттәребеҙгә  ризыҡ менән бергә йөрәк йылыһын  да ҡушып ебәрәбеҙ”, ти ҡатын-ҡыҙҙар.

 Рөстәм Сангов фотолары.

 

Генератор ҙа, туҡмас та буласаҡ...
Генератор ҙа, туҡмас та буласаҡ...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас