

Күмертауҙан шәфҡәт туташы махсус хәрби операцияға юлланған. "Пчелка" позывнойлы шәфҡәт туташы (бөгөн - хәрби табип) үҙенең был ҡарарын һөнәренә тоғро ҡалыуы менән аңлата. Ул быға тиклем Күмертау ҡала дауаханаһының эренле хирургия бүлексәһендә эшләгән.
«Һәр минут һайын хәрбиҙәргә файҙа килтерергә теләйем», - ти яҡташыбыҙ.
Ҡатын махсус хәрби операция биләмәһендә ярты йыл хеҙмәт итә. Уны өйҙә ғаиләһе һәм яҡындары көтә.
"Пчелка"ға уңыштар һәм имен-һау ҡайтыуын теләйек!
Фото һәм текст сығанағы: "Телеүҙәк" тапшырыуы төркөмөнән.