Геройҙар дәүере
23 Декабрь 2023, 14:30

Октябрскийға “Ярҙам поезы” килде

Күптәр уның ярҙамынан файҙаланды. 

Октябрскийға “Ярҙам поезы” килдеОктябрскийға “Ярҙам поезы” килде
Октябрскийға “Ярҙам поезы” килде

Октябрьский ҡалаһында, “Ярҙам поезы” акцияһына ярашлы, махсус хәрби операция ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына ярҙам итеү буйынса Берҙәм консультация көнө уҙғарылды. Ҡаланыҡыларҙан башҡа яҡын-тирәләге Баҡалы, Туймазы, Шаран райондарынан да килделәр. Барлығы 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт булды. Белгестәргә бирелгән төп һорауҙарҙың береһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары тураһында ине. Улар юридик, медицина, психологик ярҙамға ҡағылды. Шулай уҡ мөрәжәғәт итеүселәр төрлө ташламалар тураһында ла һорашты. Барлыҡ һорауҙарға ла ентекле яуап бирелде. Башҡортостанда “Ватан һаҡсылары” фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, был акция 2024 йылда ла дауам итәсәк.

- “Ярҙам поезды” форматында граждандарҙы ҡабул итеү үҙенең һөҙөмтәһен бирә. Киләһе йылда ла был йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ. Төрлө йүнәлештәр буйынса 20-ләп эксперттың ҡала йәки районға килеүе бик уңайлы. Был бер урында барлыҡ һорауҙарға яуап табыу мөмкинлеген бирә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары, документтарҙы дөрөҫ тултырыу, хоҡуҡи һорауҙарҙы аңлатыу – былар барыһы ла мөһим һәм көнүҙәк, - тине Гөлнур Ҡолһарина.

Хәтегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ярҙам поезды” быйыл октябрь айынан эшләп килә һәм ул “Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостан филиалы башланғысы менән уҙғарыла.

Фото: “Ватан һаҡсылары” фондының филиалынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас