Геройҙар дәүере
23 Декабрь 2023, 08:00

Яугирҙең ғаиләһенә рәхмәт хаты килде

"Һеҙ улығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ, ул Ватан алдындағы хәрби бурысын лайыҡлы үтәй...".

Яугирҙең ғаиләһенә рәхмәт хаты килдеЯугирҙең ғаиләһенә рәхмәт хаты килде
Яугирҙең ғаиләһенә рәхмәт хаты килде

Улдары махсус хәрби операция зонаһында  хеҙмәт иткән ғаиләгә часть командирынан Рәхмәт хаты килде, тип хәбәр итә “Ашҡаҙар таңдары”.

“Ғәскәр часы командованиеһы һеҙгә улығыҙҙы намыҫлы, принципиаль һәм тыңлаусан, алдына ҡуйылған бурысты теләгән ваҡытта үтәргә әҙер кеше итеп тәрбиәләүегеҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерә. Хеҙмәт осоронда ул үҙен бары ыңғай яҡтан ғына күрһәтте:хеҙмәт бурыстарын өлгөлө башҡарғаны өсөн командование тарафынан бер нисә тапҡыр билдәләнде, уға ҡушылған эш өсөн юғары яуаплылыҡ тойғоһо хас. Һеҙ улығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ, ул Ватан алдындағы хәрби бурысын лайыҡлы үтәй”, тиелә хатта.

“Абхаз” позывнойлы егет былтыр октябрь айында хеҙмәт итергә китә, яҙғыһын ялға ҡайтҡанында ғаилә ҡорорға өлгөрә. Хәҙер уның тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡанын ата-әсәһе генә түгел,  ҡатыны ла  түҙемһеҙлек менән көтә.

 Фото: ashzori.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас