Геройҙар дәүере
25 Декабрь 2023, 10:15

Рәхмәт һеҙгә, геройҙар!

Радий Хәбиров яугирҙәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләне. 

Рәхмәт һеҙгә, геройҙар!Рәхмәт һеҙгә, геройҙар!
Рәхмәт һеҙгә, геройҙар!

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров доброволец батальондары һәм махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яугирҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Рәсәй Геройы, полковник Денис Чернавин хәрби хеҙмәтен башҡарған саҡта күрһәткән батырлығы һәм геройлығы өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде.

– Был - минең өсөн мөһим награда. Республика етәкселегенә тарихи хәтерҙе һаҡлауығыҙ, йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Янымда Башҡортостандан сыҡҡан бик күп егеттәр һуғыша. Алғы һыҙыҡтағы егеттәргә бөтә республика – етәкселек, йәмәғәт ойошмалары, битараф булмаған кешеләр ярҙам итә, – тине Герой. – Беҙ Украина халҡына ҡаршы түгел, ә унда булдырылған режимға ҡаршы һуғышабыҙ. Тиҙ арала ул яҡ хәлдең ысынбарлыҡта нисек икәнен аңлай башлар тип ышанам. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов ордены менән РФ Оборона министрлығының Үҙәк хәрби округы 12-се айырым гвардия Кенигсберг-ҡала Ҡыҙыл байраҡ инженер бригадаһы командиры урынбаҫары Фәрит Абдразаҡов наградланды.

Шайморатов генерал миҙалына “Башҡортостан” полкының Ғөбәйҙуллин исемендәге мотоуҡсылар батальоны командиры Фәрит Миһранов лайыҡ булды.

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге өсөн кесе сержант, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районының хәрби комиссариатының яуаплы башҡарыусыһы Дмитрий Рычин “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Илдең оборона һәләтен нығытыуҙағы ҡаҙанышы, шәхси хеҙмәт күрһәткестәре һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Ватан алдынағы ҡаҙаныштары өсөн” орденының икенсе дәрәжә миҙалы менән БР Хәрби комиссариаты бүлек начальнигының өлкән ярҙамсыһы Гүзәл Ураҙмәтова бүләкләнде. 

Генерал Шайморатов миҙалы менән Дмитрий Жуков билдәләнде. Бынан тыш, батальон хәрби хеҙмәткәрҙәре Никита Архипов, Эдуард Асаев, Айҙар Ғәлимов, Фидус Ҡазыханов, Фәнис Мөхәмәтов, Айгиз Наҙарғолов, Степан Фадеев һәм Илфат Шәрифуллин Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Фото: "Башинформ". 

Рәхмәт һеҙгә, геройҙар!
Рәхмәт һеҙгә, геройҙар!
Рәхмәт һеҙгә, геройҙар!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас