Геройҙар дәүере
26 Декабрь 2023, 08:00

“Майор” өйгә ҡайтты...

"Маскировкалау селтәрҙәре менән   техниканы ҡаплайбыҙ,  тик йыш ҡына улар йыртыла..."

“Майор” өйгә ҡайтты...“Майор” өйгә ҡайтты...
“Майор” өйгә ҡайтты...

Быйыл яҙ 61 йәшлек ирҙең ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, контракт төҙөп, әҙерлек үткәндән һуң фронтҡа юлланыуы яҡташтарын ғәжәпкә ҡалдырғайны. Яңыраҡ “Майор” позывнойлы яугир алғы һыҙыҡтан өйөнә ҡайтты.

Йәш сағында  һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндән һуң тағы ла хеҙмәт итеүен дауам итә, прапорщиктар мәктәбен үтә, Чечен республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Себерҙә вахта ысулы менән водитель булып эшләй.

– Беҙ булмаһаҡ, кем был бысраҡты таҙартыр? Мин аҡса тураһында бөтөнләй уйламаным. Минең тыныс йәшәгем, ейәнсәрҙәремде үҫтергем килә. Уларҙың тыныслыҡта, пулялар һыҙғырмаған илдә йәшәүен теләйем. Северодонецкиҙа алты, ете, ун йәшлек өс малайҙың беҙ ашап ултырғанда ҡулдары менән болғап илауҙарын күреп, бик йәнем әсене. Мин туҡтап, улар менән паекты  бүлештем. Балалар бәхетле тормошта йәшәргә тейеш.

Мин зонала “Урал” автомашинаһында кешеләр, ҡорал, боеприпастар, пушкалар ташыным, нарядта торҙом. Нимә ҡушһалар, шуны эшләнем. Тәүге линиянан өс километрҙа торҙоҡ. Көн һайын атыш, дрондар оса. Беҙҙең эргәлә шайморатовсылар торҙо. Бер саҡ танкта ауылдашымды күреп ҡалдым, һөйләшерлек әмәл булманы, ҡул болғаштыҡ та артабан киттек.
Мин уның иҫән-һау булыуын күреп, бик шатландым.

 Блиндаждарҙа йәшәнек, үҙебеҙ мунса төҙөнөк. Тәьмин итеү яҡшы, аҙыҡ-түлек етерлек. Үҙебеҙ ашарға әҙерләнек. Бөтә посылкаларҙы ла алдыҡ.  Новоселканан маскировкалау селтәрҙәре килде, бының  өсөн ҙур рәхмәт, сөнки улар бик кәрәк.  Төҫөн миҙгелгә ҡарап үҙгәртеү мөһим. Беҙ улар менән техниканы ҡаплайбыҙ, йыш ҡына улар йыртыла. Нисек кенә ауыр булмаһын, беҙ бер-беребеҙҙе һаҡларға, ярҙам итергә тырышабыҙ. Һуңғы сәфәр ауыр булды, ямғырҙар йыш яуа, юлдар үткеһеҙ бысраҡ, кузов эсенә үк бысраҡ һыу тула. Егеттәр ныҡ күшекте. Ошо ваҡытта һөжүм башланырға тейешлеген белә инем. Иртәнге сәғәт дүрттә көслө атыш башланды. Кире ҡайтыр саҡта  батып ултырырға тура килде, “эләктерерҙәр”, тип уйлағайным. Рәхмәт, танкистарға, ярҙам иттеләр... – тип фронт ваҡиғалары менән уртаҡлашты “Майор”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,контракт төҙөү өсөн республика халҡы берҙәм 177 номеры буйынса мөрәжәғәт итә, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19  телефоны буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ яҡындағы  “Мои документы” күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Бөтә һорауҙарығыҙға башбат.рф сайтында яуап табырға мөмкин.

 

Фото: https://ashzori.ru/news/novosti/2023-12-22/vernulsya-s-peredovoy-3577670

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас