

Әбйәлил районының «Красная Башкирия» ауыл хужалығы предприятиеһы алғы һыҙыҡҡа «Урал» бронемашинаһы ебәргән. Уның эсе һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр – буржуйка-мейестәр, бензобысҡылар, көрәктәр, утын, йылы кейемдәр, маскировкалау селтәрҙәре, 400 банканан ашыу быҡтырылған ит, 99 банка бал, аҙыҡ-түлек, һауыт-һабалар менән тултырылған. Красная Башкирия халҡы бөтәһе 1,2 миллион һумлыҡ гуманитар ярҙам оҙатҡан.
«Урал» махсус операция шарттарына яраҡлаштырылған һәм нығытылған. Бынан тыш, ойошма башмаҡ һатып алып, һалдаттарға ит ебәргән.
Әбйәлилдәрҙең ярҙамы яҡташтарына имен-һау барып етһен, һуғыш тиҙерәк бөтһөн!
Фото һәм текст сығанағы: "Телеүҙәк" тапшырыуы.