

"Башҡорт батальоны" телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Радик Динәхмәтов республика йәмәғәтселәре әҙерләгән гуманитар ярҙам алды. «Әсән» позывнойлы яугир яҡташтарына гуманитар ярҙам, айырыуса ял ваҡытында һалдаттарҙың кистәрен биҙәгән музыка ҡоралдары һәм хаттары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Белеүегеҙсә, Радик Динәхмәтов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткәйне.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан саҡта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан “Башҡортостандың халыҡ артисы” исемен алыуға иреште.
Фото: телеграм каналы