"Хәйерле көн, дуҫтарым! Беҙҙә шатлыҡ! Энекәш (племянник) отпускыға ҡайтты, ике йыл була тиҙҙән "ҡыҙыу яҡтарҙа" булыуына, ғорурланам. "Арыныңмы, туғаным?" - тип һорағас: "Әҙерәк бар, ләкин беҙ бирешмәйбеҙ!"- тине. - Уңған, алтын ҡуллы энебеҙ", - тип яҙған йырсы Әнүәр Нурғәлиев үҙенең социаль селтәрендәге яҙмала.
"Энекәш Яңы йылды ҡаршыларға ҡайтты. Ул - беҙҙең буласаҡ генералыбыҙ! Хәҙерге ваҡытта ул гвардия прапорщигы әле. Генерал булам, тине Алла бирһә. Иҫән-һау йөрөп ҡайтырға, Алла бирһә", - ти Әнүәр Нурғәлиев.
Беҙ ҙә яратҡан йырсыбыҙҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашабыҙ һәм тиҙерәк һуғыш бөтөп, бар ир-егеттәрҙең дә иҫән-һау яҡындары, ғаиләләре, балалары янына тиҙерәк ҡайтыуын теләйбеҙ.
Фото: "Интертат"