Геройҙар дәүере
4 Ғинуар 2024, 04:00

Дуҫты яуға оҙатҡанда әллә ниңә күңел тулышты....

Марсель Хамматов "Хөсәйен" позывнойлы дуҫына арнап шиғыр яҙған.

Дуҫты яуға оҙатҡанда әллә ниңә күңел тулышты....Дуҫты яуға оҙатҡанда әллә ниңә күңел тулышты....
Дуҫты яуға оҙатҡанда әллә ниңә күңел тулышты....

Был шиғырымды ут эсендә йөрөгән Тупаҡ ауылы егеттәренә һәм "Хөсәйен" ҡушаматы алған бала саҡ дуҫыма бағышлайым.

ӘЛЛӘ НИҢӘ КҮҢЕЛ ТУЛЫШТЫ...

Шашып-ярһып сапҡан аттар һымаҡ,
Хистәр бөгөн бында ярала.
Тиҫтерҙәрем һуғыш яланында,
Уларҙы һин, Хоҙай, арала.

Тау өҫтөнә ҡуйы томан ятты,
Томандар ҙа яйлап тарала.
Кемдер берәү Яңы йыл ҡаршылай,
Кемдер берәү ауыр ярала...

Кисә генә "һуғыш" уйнай инек,
Бөгөн күрҙек ысын һуғышты.
Бөгөн дуҫты яуға оҙатҡанда
Әллә ниңә күңел тулышты....

Марсель Хамматов.

Әбйәлил районынан "Хөсәйен" ҡушаматлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булып, Яңы йылды ғаиләһе янында ҡаршылап, йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Иҫән-һау бул, Әбйәлилдең батыр яугире!

Фото: "Әбйәлил районы Асҡар" төркөмөнән.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас