Геройҙар дәүере
5 Ғинуар 2024, 02:00

Яугирҙәргә Яңы йыл бүләге ебәргәндәр

Был акция тураһында махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтар ҙа ишеткән һәм... 

Яугирҙәргә Яңы йыл бүләге ебәргәндәрЯугирҙәргә Яңы йыл бүләге ебәргәндәр
Яугирҙәргә Яңы йыл бүләге ебәргәндәр

Благовар районының Коб-Покровка ауылы халҡы район хакимиәте үткәргән “Һалдатҡа - посылка” акцияһында әүҙем ҡатнаша. Сара иғлан ителеү менән ауыл халҡы аҡсалата ярҙам күсерә башлай. Гуманитар ярҙам йыйған ергә аҙыҡ-түлек, кейем, ҡаралты һәм башҡа әйберҙәр килтерәләр.

Акцияны ойоштороусылар айырыуса Рина һәм Рәмил Сәрүәровтар ғаиләһенә рәхмәтле. Улар һалдаттарға посылка әҙерләй һәм был эшкә барлыҡ туғандарын һәм таныштарын йәлеп итә. Сәрүәровтарҙың улдары Руслан хеҙмәттәшәренә акция тураһында һөйләй. Улар ҙа Коб-Покровка халҡына әүҙем ҡушыла.  Посылка йыйылып бөтөү менән уларҙы Благовар районы хакимиәтенә алып арып тапшыралар. Тиҙ арала бүләктәр һалдаттарға оҙатыласаҡ. Был изге эш "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы сиктәрендә ойошторолған. 

Акция иғлан ителеүе тураһындағы хәбәр махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарға ла барып еткән. Улар район халҡына, айырыуса Коб-Покровка ауылы әүҙемселәренә ҡайнар сәләмдәр ебәргән.

 

Фотолар Коб-Покровка ауылы сайтынан алынды.

 

Яугирҙәргә Яңы йыл бүләге ебәргәндәр
Яугирҙәргә Яңы йыл бүләге ебәргәндәр
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас