Асҡын районының Ҡубыяҙ мәсете имам-хатибы Фәнис Кашапов етәкселегендәге ауыл мәҙрәсәһендә Ҡубыяҙ халҡы хәрби бурысын үтәгән хәрбиҙәр өсөн тушенканы сәнәғәт кимәлендә тиерлек етештерә. Былтыр улар 260 банка әҙерләһә, бөгөн 180-де япҡан. Фәнис Кашапов һәм Әнфисә Хәтипйәнованың был эшенә мәҙрәсәлә белем алған ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр ҙә ихлас ҡушылған.
– Итте күрше Мәтәле, Үтәш, Яңы Борма ауылдарынан битараф булмағандар килтерҙе. Тушенка әҙерләү өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәр – банка, ҡапҡас, тоҙ һәм башҡа ингредиенттар саҙаҡа аҡсаһына магазиндан һатып алынған. Ҡатын-ҡыҙҙар банкалар, бөтә кәрәкле әйберҙәр әҙерләгән һәм әҙер итте банкаларға һалған. Миңзифа Шәмсиева усаҡта 110 литрлыҡ ике ҡаҙанда ит бешергән. Ирҙәр итте турап, һуңынан тушенкаларҙы төрөү менән мәшғүл булған. Ит әле бар. Бөгөн окоп шәмдәре эшләргә ҡарар иттеләр. Әлегә окоп шәмдәрен әҙерләү өсөн кәрәкле бөтә нәмәне йыйып алабыҙ, – ти Фәнис Кашапов.
Ҡубыяҙ халҡы яугирҙәргә өйҙә әҙерләнгән ит ризығының бер ҙә артыҡ булмаҫын аңлай һәм был эште бар күңелдәрен һалып башҡара. Рәхмәт уларға!
"Аскинская новь" гәзитенән.