Геройҙар дәүере
11 Ғинуар 2024, 02:00

Өс сәғәттә - бер селтәр!

Ауыл халҡы махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтә.

Өс сәғәттә - бер селтәр!Өс сәғәттә - бер селтәр!
Өс сәғәттә - бер селтәр!

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы халҡы бигерәк берҙәм һәм дәррәү. Улар өс сәғәттә бер маскировкалау селтәре үреп, рекордлы темп күрһәтә. Йәнтештәр гуманитар ярҙам йыйып ебәреүҙе генә мөрхәтһенмәй, үҙ ҡулдары менән эшләүҙе хуп күрә.

“Һалдаттарыбыҙға үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләгән әйберҙәргә бөтә йөрәк йылыбыҙҙы, хәстәрлегебеҙҙе, изге фатихаларыбыҙҙы ла ҡушабыҙ. Маскировкалау селтәрҙәре лә егеттәребеҙҙең хәүефһеҙлеге өсөн. Һәр кем ҡулынан һәм көсөнән килгән тиклем ярҙамлаша. Тиҙерәк махсус хәрби операция тамамланып, хәрбиҙәр ҡайтһын тигән теләктәбеҙ”, - ти улар.

Фото һәм сығанаҡ: Йәнтеш ауылы клубы.

Өс сәғәттә - бер селтәр!
Өс сәғәттә - бер селтәр!
Өс сәғәттә - бер селтәр!
Өс сәғәттә - бер селтәр!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас