Геройҙар дәүере
12 Января 2024, 09:35

Бүздәктәр әүҙемдәр

Берҙәмлек булғанда ауырлыҡтар еңеләйер. 

Бүздәктәр әүҙемдәрБүздәктәр әүҙемдәр
Бүздәктәр әүҙемдәр

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә бүздәктәр ҙә ҙур өлөш индерә. Район үҙәгендә урынлашҡан Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабында булып, һалдаттарға әүҙем рәүештә ярҙам йыйылыуын беҙ ҙә күреп сыҡтыҡ.

Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобай ауылының ирекмәндәре һәм ағинәйҙәре Бөтә Рәсәйҙең  “Окоп шәме” акцияһына һәм маскировка селтәрҙәрен үреү сараларына әүҙем ҡушылды.

Бының өсөн ғинуар башынан тимер банкалар йыйыу буйынса сара  иғлан ителгән. Ай дауамында тимер банкалар тупланған, күптәр уларҙы ауыл мәҙәниәт йортона килтергән.  

Кәпәй-Ҡобау халҡының “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуы ла ауыл халҡын ошо изге эшкә туплаған. Һәр кем ҡулынан килгәнсә изге эшкә өлөш индергән: банка, ҡатырғы йыйылған, парафин һатып алып окоп шәмдәрен эшләнгән.

Ауылдаштар бының менән генә сикләнеп ҡалмаған. Кемдер йөн ойоҡ, бейәләй бәйләп, яугирҙәрҙе хәстәрләгән, кемдер ит тушенкалары эшләгән, консервалар, башҡа төрлө  аҙыҡ-түлек килтергән. Ғөмүмән, барлығы күмәк көс менән 70-ләп окоп шәмдәре, ике маскировка селтәре эшләнгән. Былар барыһы ла махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе яугирҙәргә тапшырыу өсөн оҙатылған.

Фото: район хакимиәтенән.

Бүздәктәр әүҙемдәр
Бүздәктәр әүҙемдәр
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас