Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан етем ҡалған ике ейәнен һәм ейәнсәрен тәрбиәләгән Зөһрә Мәһәҙиева тураһында гәзит битендә мәҡәлә яҙып сыҡҡан инек. Өләсәләре ейәндәрен төрлө яҡлап үҫтерә: ҡыҙыҡай бейеүҙе үҙ итһә, малайҙар йыр-моңдо ярата. Бергәләшеп өләсәләренең уйнаған гармунына бейешеп тә алалар. Дингә лә тартыла малайҙар, мөнәжәттәр конкурсында еңеү ҙә яулайҙар. Бөгөн иһә уларҙың йырҙары бер аҙ һағышлы һәм тетрәндергес.
Тыныс ине ғүмер күгем,
Йәшәй инек һөйөп, көлөп.
Ҡайҙан килде әфәт һуғыш
Йөрәк тулы яра, һағыш... - тип әсенә улар.
Фото: видеонан скриншот.
Зөһрә Мәһәҙиева видеоһы