Геройҙар дәүере
15 Ғинуар 2024, 06:00

“Башҡорт”—разведчик, “Рамзес”—штурмлаусы

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашҡан.

“Башҡорт”—разведчик, “Рамзес”—штурмлаусы“Башҡорт”—разведчик, “Рамзес”—штурмлаусы
“Башҡорт”—разведчик, “Рамзес”—штурмлаусы

Был турала Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.

“Башҡорт” позывнойлы Хәйбулла егете разведчик булып хеҙмәт итә. Ул әрме хеҙмәтен тамамлау менән, контракт төҙөп, МХО башланғандың беренсе көндәренән Ватаныбыҙ һағында. “Рамзес” иһә  унан 20 йәшкә өлкәнерәк, әммә доброволец булып махсус хәрби операция биләмәһенә  юллана. Ул  - штурмлаусы. Йәш аралары ҙур булыуға ҡарамаҫтан, егеттәрҙең икеһе лә хәрби тәжрибә туплаған. Әле улар ҡыҫҡа сроклы отпускыла, тиҙҙән  хәрби бурыстарын артабан үтәү өсөн хеҙмәт иткән урындарына юлланасаҡ",  - тип яҙған Рөстәм Динислам улы.

Яугирҙәребеҙ тиҙерәк өйҙәренә бөтөнләйгә иҫән-һау ғына ҡайтһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Фото: Рөстәм Шәрипов

Автор:Карима Усманова
Читайте нас