Геройҙар дәүере
17 Ғинуар 2024, 15:00

"Башҡортостан"дар селтәр үрҙе

“Ҡул менән эшләгәс, баш ял итеп ҡалды. Ҡағыҙ эшенән арып киткәндә, килеп ирекмәндәргә ярҙам итергә булдыҡ", - ти ҡыҙҙар. 

"Башҡортостан"дар селтәр үрҙе"Башҡортостан"дар селтәр үрҙе
"Башҡортостан"дар селтәр үрҙе

Махсус хәрби операция башланыу менән республика халҡы дәррәү рәүештә яугирҙәргә ярҙам итә. Был – маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре яһау, оҙаҡ ваҡыт һаҡланған ризыҡтар әҙерләү, ҡоро душ эшләү һәм башҡалар. Беҙ, журналистар, был эштәрҙе даими рәүештә үҙ баҫмабыҙҙа яҡтыртып барабыҙ. Командировкаларға йөрөп, әүҙемселәрҙең эштәренең ниҙән ғибәрәт икәнлеген дә аңлап бөттөк кеүек ине. Ә бөгөн иһә хәбәрселәргә ирекмән булып ҡарау, әүҙемселәр менән бергәләп селтәрҙәр үреп ҡарау форсаты тейҙе.

Дөйөм алғанда, был эште “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова әллә ҡасандан алып бара. Уның буш ваҡыты булыу менән “Матбуғат йорто”нан алыҫ урынлашмаған “Масксети Щит Уфа” ойошмаһына барып, ирекмәндәргә ярҙам итеүе тураһында электән белә инек. Бөгөн иһә бер нисә кеше йыйылып төшкө аш ваҡытында барып күрергә, әҙ булһа ла ярҙам итергә булдыҡ.

Беҙҙе иртәнсәктән алып гөрләшеп эшләгән апай-ағайҙар ҡаршы алды һәм шунда уҡ эштең айышына төшөндөрҙө. Бер төркөм ҡыҙҙар селтәр үрергә өйрәнә башланы, ҡалғандар улар өсөн сеймал әҙерләргә тотондо.

Һәр эштең үҙ нескәлеге булған кеүек, селтәр үреү ҙә еңел түгел. Һәм яңғыҙың ғына башҡарып сыға торған эш тә түгел. Күмәкләп тиҙерәк тә, күңеллерәк тә. Эш үҙенсәлектәре тураһында цехтың кураторы Люциә Таяр ҡыҙы Романова һөйләне.

– Егеттәрҙең ғүмерен һаҡлағы килә, шуға ошо эш менән шөғөлләнәбеҙ. 2022 йылдың октябренән башланыҡ. Башҡортостан буйынса – 70, Өфөлә 12 цех бар. Беҙгә уртаса 40 кеше йөрөй. Иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем йыйылабыҙ. Бушҡа бина бирҙеләр, шарттар һәйбәт. Көнөнә өс-дүрт селтәр үрәбеҙ, уларҙың үлсәмдәре төрлө. Башлыса өс метрға алты метр итеп эшләйбеҙ. Ҙурыраҡтарға ла заказ килә, кәрәк булһа дүрткә һигеҙ метр, хатта 9-ға 18 метрлығын да эшләнек. Логистика тулыһынса булдырылған. Килеп алалар, алып барып еткерәләр. Сеймал да ваҡытында килеп тора, – ти ул.

Люция Таяр ҡыҙы әйтеүенсә, уларҙа егеттәр менән кире бәйләнеш булдырылған, улар селтәрҙәр өсөн бик рәхмәтле. Яу яланында маскировка селтәрҙәренә ихтыяж бик ҙур һәм ирекмәндәр уны ҡапларға тырыша. 

Үҙ ҡулдары менән селтәр үреп ҡараған хеҙмәттәштәребеҙ был эштән бик ҡәнәғәт ҡалды.

“Ҡул менән эшләгәс, баш ял итеп ҡалды. Ҡағыҙ эшенән арып киткәндә, килеп ирекмәндәргә ярҙам итергә булдыҡ. Селтәрҙәргә таҫма үргәндә изге теләктәребеҙҙе теләй-теләй үрҙек. Яугирҙәргә файҙаһы булһын, уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалһын, улар тиҙерәк еңеү менән ҡайтһын тигән ниәттәрҙе ҡушып үрҙек”, – тине ҡыҙҙар.

Автор фотолары. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас