Әбйәлил районының Ишкилде ауылынан әүҙем йәмәғәтсе Руслан Мырҙагилдиндың инициативаһы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ебәреү өсөн банкаларға быҡтырылған ит әҙерләнгән.
Русландың әсәһе Бүләкбикә Мырҙагилдина, ҡатыны Гөлмәрйәм Шаһивәлиева һәм бер йәмәғәт эшенән дә ҡалмаған Әминә Шаһивәлиева һалдаттарға тәғәйенләп әҙерләгән ризыҡ ҡыҫҡа ялдан һуң махсус операция барған урынға юлланасаҡ һалдат аша ебәреләсәк. Тыуған яҡ ризыҡтары һалдаттарға тиҙерәк еңеү яуларға булышлыҡ итһен.
Фото һәм текст сығанағы: "Осҡон" гәзите.