Геройҙар дәүере
19 Ғинуар 2024, 08:45

Ябай ғына геройҙар улар

Күренмәгән фронт батырҙары менән дә аралашырға форсат таптыҡ. 

Ябай ғына геройҙар уларЯбай ғына геройҙар улар
Ябай ғына геройҙар улар

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән кешеләрҙең барыһын да яугирҙәр тип берләштерергә күнеккәнбеҙ. Ләкин, белеүебеҙсә, унда ҡулдарына ҡорал тотоп һуғышҡан хәрбиҙәрҙән башҡалар ҙа бихисап. Эйе, фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин иткән, бер ҡарауға икенсе ролдәрҙә йөрөгән кеүектәр ҙә бар. Әммә был беренсе ҡарауға ғына. Ашамайынса, йәки һыу эсмәйенсә һуғышып ҡарағыҙ әле?! Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы командировкам ваҡытында тап шундай яугирҙәр – күренмәгән фронт геройҙары менән дә аралашырға форсат таптым.

Себерҙә ул танкист булған

Беренсе геройым “Шурик” позывнойлы Мишкә районы егете. Ул махсус хәрби операция биләмәһенә сағыштырмаса яңы килгән – ике ай элек. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының подразделениеларының береһендә ул һыу ташыусы булып хеҙмәт итә.

– Беҙҙең полкка күптәрҙең эләккеһе килә, тап ошонда хеҙмәт итеүемә шатмын. Оҙаҡ булмаһам да, егеттәр менән тиҙ арала уртаҡ тел таптым, иптәштәр-дуҫтар барлыҡҡа килә башланы, – тип башланы һүҙен “Шурик”. – Быға тиклем Себерҙә эшләнем. Әйткәндәй, унда мин танкист инем, вездеходтар ҙа йөрөттөм. Себерҙә ауыр техникала эшләп, бында кәрәкле тәжрибә тупланды. Армияла хеҙмәт итмәһәм дә, махсус хәрби операция биләмәһенә килергә ҡарар иттем һәм һис тә үкенмәйем.

Шурик һыу ташыусы булып хеҙмәт итә тинек. Үҙе әйтеүенсә, әлегә алғы һыҙыҡҡа барғаны юҡ. Әммә һыу йөрөткән биләмәләре бик ҙур. Аңлашыла, таҙа, эсәр һыуһыҙ кеше йәшәй алмай. Шуға күрә хәрби бик яуаплы эш башҡара.

– Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, һыуһыҙ йәшәү юҡ. Ә бында ул айырыуса ныҡ кәрәк. Таҙа һыуҙы бөтә ергә лә ваҡыты буйынса килтерер кәрәк. Былай өлгөртәм, ялыуҙар булғаны юҡ әле. Алмашһыҙ бер үҙем эшләйем, иң мөһиме техника төҙөк. Техника үҙен ҡарағанды ярата. Айырыуса һуғыш барған ерҙә ул ышаныслы булырға тейеш. Шуға күрә йөрөткән машиналарым һәр ваҡыт төҙөк һәм ҡаралған. Был ваҡыт та, ғүмерҙе лә ҡотҡара, – ти яугир.

Шурикты өйөндә балалары, ата-әсәһе, туғандары көтә. Махсус хәрби операция биләмәһенә уларҙың тыныслығы, тыуған еребеҙгә һуғыш килмәһен өсөн киттем ти ул.

Ә икенсенән, герой-яҡташы Ғәзи Заһитов өлгөһөндә тәрбиәләнгән. Мишкә егетенең Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы ҡабатланмаҫ батырлығы бар Башҡортостан, илебеҙ өсөн өлгө. Ул 1945 йылдың 30 апрелендә капитан В.Н. Маковтың төркөмөндә рейхстагты штурмлауҙа ҡатнаша. 22 сәғәт 30 минутта төркөм составында рейхстаг башына Еңеү байрағын ҡаҙай. Ғәзи Заһитов һәм уның иптәштәре Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, ләкин 1-се Белоруссия фронты командованиеһының ҡарары буйынса был батырлыҡ өсөн уларҙың барыһы ла Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Нисек кенә булмаһын, Башҡортостан халҡы өсөн ул ысын батырлыҡ өлгөһө. “Шурик” та шундай үрнәктәр бар саҡта өйҙә ятып ҡала алманым ти.

– Бында килергә ҡурҡманыңмы, – тип һорайым.

– Милләтем буйынса мари мин. Беҙҙә маңлайыңа яҙылһа, яҙмышыңдан ҡасып булмай, тиҙәр. Шулай булғас, Аллаһҡа тапшырҙым һәм бындамын. Юҡ, мин ҡурҡмайым. Тыныс ҡына хеҙмәт итер өсөн бар шарттар ҙа бар, республиканан бар кәрәкле нәмәләр менән тәьмин ителгәнбеҙ. Шулай булғас, еңеү яулағансы бында буласаҡмын, – тип яуап бирҙе ул.

Янда торған егеттәр ҙә “Шурик”тың эшенә бер ялыу юҡ, ул подразделениены һәр ваҡыт таҙа һыу менән ваҡытында тәьмин итә тинеләр. Ошондай ышаныслы егеттәр бар саҡта яугирҙәр көнкүреш проблемалары тураһында уйламай, тыныс ҡына үҙ эшен башҡара ала ла.

Ас килеш һуғышып ҡарағыҙ

Икенсе геройым Салауат ҡалаһы егете “Шнайдер”. Ул – ашнаҡсы. Әлбиттә, егеттәр уны ярата һәм хөрмәт итеп тора. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел!

– Бөгөн менюла нимәләр, “Шнайдер”? Яугирҙәрҙе нимәләр менән һыйлайһың?

– Төшкә перловка, киске ашҡа иҙелгән картуф булыр. Төшөн мотлаҡ аш һәм икенсе блюдо әҙерләйем. Иртән һалдаттар ҡәһүә эсә, былай һәр ваҡыт сәй бар һәм компот бирәм, ҡайһы берҙә һуттар эсәбеҙ, – ти егет.

Әлегә бында ашхана юҡ, һалдаттар үҙҙәре бешергән урынға килеп ашай. “Шнайдер” бер юлы йөҙләп самаһы яугирҙе ашата. Бер үҙе генә эшләһә лә, барыһына ла өлгөрә. Ә иң мөһиме – бик тәмле итеп бешерә. Быны үҙем тәмләп ҡараған кеше булараҡ ышаныс менән әйтә алам.

“Беҙҙә 12 самаһы ашнаҡсы бар ине, тик беҙ уларҙы подразделениелар буйынса тараттыҡ. “Шнайдерҙың” бешереүе бик оҡшай. Тәмле һәм туҡлыҡлы”, – тип һүҙгә ҡушыла башҡа егеттәр.

“Шнайдер” әле йәш. Салауат ҡалаһынан. Ошонда мәктәп һәм училище тамамлаған. Әле өйләнмәгән. Был турала һорағас, йылмайып әйтеп ҡуйҙы. “Мине унда көтөүсе бар. Киләһе ялға ҡайтҡанда, бәлки...” тип серле йылмайҙы һалдат.

Һөйләшеү йәнә ашау тирәһенә әйләнеп ҡайта.

– Егеттәр иң нығы нимә ярата? – тим.

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, тәмле нәмәләр ҙә күп ул беҙҙә. Тик егеттәр иң нығы икмәк ярата. Үҙебеҙҙең икмәкхана бар, унда бик тәмле итеп икмәк бешерәләр. Һәм беҙҙең егеттәр һәр ваҡыт өҫтәп һорап ала. Йәлләү юҡ, һәр кемдең тамағы туҡ булһын тип тырышам. Төрлөрәк булһын тип фантазияны лә егергә тура килә. Былай тәнҡит ишеткәнем юҡ, тимәк оҡшайҙыр, – тип ихлас йылмая егет.

Ысын ир-егеттәрҙе көтәләр!

Был яугирҙәрҙең икеһе лә МХО биләмәһендә контракт буйынса хеҙмәт итә. Әле лә хәрбиҙәр унда ысын ир-егеттәрҙе ярҙамға көтөп ҡала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуацион үҙәккә 122 йәки (347) 218-19-19-19, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында Телеграмда  мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

В. УРАҘБАЕВ.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас