Геройҙар дәүере
21 Января 2024, 12:00

Ике көндә - өс селтәр

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр тик иҫән-һау ғына ҡайтһын, ти әбүбәкерҙәр.

Ике көндә - өс селтәрИке көндә - өс селтәр
Ике көндә - өс селтәр

Хәйбулла районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына йәнә гуманитар ярҙам туплай. Кемдер быҡтырылған ит әҙерләй, икенселәре йылы ойоҡбаштар бәйләй, бәғзеләре һалма йәйә, уны ҡырҡа. Ә бына Әбүбәкер ауылының уңған ҡатын -ҡыҙҙары ике көн эсендә өс маскировкалау селтәре әҙерләп тә ҡуйған! Бер селтәр- бар зал булды, ти улар. Эш ауылдың мәҙәниәт йортонда барған.

"Беҙҙең эшләгән эшебеҙ яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлауҙа үҙ өлөшөн индерәсәк, шуға күрә һәр епте бәйләгәндә изге теләктәр теләп башҡарабыҙ, Иң мөһиме: ир-егеттәр тиҙерәк тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, һуғыш бөтөп, илдә тыныслыҡ урынлашһын", -ти әбүбәкерҙәр.

Фото: "Айыҡ ауыл -2022. Әбүбәкер" төркөмөнән.

Ике көндә - өс селтәр
Ике көндә - өс селтәр
Ике көндә - өс селтәр
Ике көндә - өс селтәр
Ике көндә - өс селтәр
Ике көндә - өс селтәр
Ике көндә - өс селтәр
Ике көндә - өс селтәр
Автор:Карима Усманова
Читайте нас