Геройҙар дәүере
21 Ғинуар 2024, 03:00

Красная Башкирия халҡы яугирҙәргә мунса эшләгән

Был хаҡта ошо көндәрҙә МХО биләмәһендә булып ҡайтҡан Гөлйөҙөм Сыңғыҙова хәбәр итте. 

Красная Башкирия халҡы яугирҙәргә мунса эшләгәнКрасная Башкирия халҡы яугирҙәргә мунса эшләгән
Красная Башкирия халҡы яугирҙәргә мунса эшләгән

Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылында йәшәүселәр үҙ көсө менән яугирҙәргә мунса эшләгән. Уны башҡа төрлө кәрәк-яраҡ, күстәнәстәр, балаларҙың һалдаттарға яҙған хаттары, ҡотлау открыткалары менән бергә үҙҙәре үк махсус хәрби операция биләмәһенә алып барып тапшырған. Был хаҡта ошо ауылда йәшәгән әүҙем йәмәғәтсе, мәҙәниәт хеҙмәткәре, ошо көндәрҙә МХО биләмәһендә булып ҡайтҡан Гөлйөҙөм Сыңғыҙова хәбәр итте.

“Ауылыбыҙҙың битараф булмаған кешеләре менән берлектә ил һаҡсыларына мунса эшләүебеҙ тураһында күптәр белә.

Шәхсән үҙ исемемдән һәм яугирҙәр исеменән эш ваҡыты булыуға, сатнама һыуыҡтар тороуға ҡарамаҫтан, ошо эште башҡарыуға өлөш индереүселәргә рәхмәт әйтәм. Атап әйткәндә, Данил Ғиниәтуллин, Азамат Сәлихов, Илдар Ғәббәсов, Ислам Сыңғыҙов, Марсель Усманов, Анатолий Шурыгин, Александр Хөсәйенов, Владимир Хөсәйенов, Шамил Мусин,  Батыр Амурзин, Айтуған Ишбулатов, Александр Шабановҡа ҙур рәхмәт!

Руслан Хәлилов, Вадим Заһитов, Виктор Ершовҡа төҙөлөш материалдары һәм тәгәрмәстәр өсөн рәхмәтлебеҙ. Әҙер мунсаны һәм посылкаларҙы МХО биләмәһендәге яугирҙәребеҙгә Вадим Заһитов менән Дим Тәүхетдинов тапшырып ҡайтты.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Әлиә Ғәббәсова, Рәзифә Ғиниәтуллина, Лиана Мораҙымова, Лия Жемчуг, Эльмира Титова был изге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ихлас ярҙам итте”, - тип яҙҙы Гөлйөҙөм Сыңғыҙова.  

Әйткәндәй, Красная Башкирия ауыл хакимиәте етәкселеге Гөлйөҙөм Хәҙис ҡыҙын гуманитар ярҙам ойоштороу буйынса яуаплы итеп тәғәйенләгән. Әлеге посылкаларҙы МХО биләмәһенә алып барышыуҙа ул үҙе лә шәхсән ҡатнашҡан һәм яҡташ яугирҙәр менән осрашып, уларға әбйәлилдәрҙең, ауылдаштарының ҡайнар сәләмдәрен, хат-сәләмдәрен, күстәнәстәрен тапшырып ҡайтҡан. “Егеттәр ҙур рәхмәт әйтеп ҡалды. Тыл ныҡ булһа, беҙ ҙә бирешмәйәсәкбеҙ, мотлаҡ еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ”, ти улар”, - тип алыҫ сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлйөҙөм Хәҙис ҡыҙы.

Ил һаҡсыларына ярҙам итеү маҡсатында берләшкән һәм ошондай изге эштәр башҡарған Красная Башкирия халҡына, был башланғыстарҙы ойоштороусыларға “Афарин!” тибеҙ.

Фото һәм видео: Гөлйөҙөм Сыңғыҙованың сәхифәһенән.

 

Красная Башкирия халҡы яугирҙәргә мунса эшләгән
Красная Башкирия халҡы яугирҙәргә мунса эшләгән
Красная Башкирия халҡы яугирҙәргә мунса эшләгән
Красная Башкирия халҡы яугирҙәргә мунса эшләгән
Красная Башкирия халҡы яугирҙәргә мунса эшләгән
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас