Геройҙар дәүере
22 Ғинуар 2024, 07:02

Себерҙә ул танкист булған

"Беҙҙә маңлайыңа яҙылһа, яҙмышыңдан ҡасып булмай, тиҙәр. Шулай булғас, Аллаһҡа тапшырҙым һәм бындамын. Юҡ, мин ҡурҡмайым", - ти яугир. 

Себерҙә ул танкист булғанСеберҙә ул танкист булған
Себерҙә ул танкист булған

Бөгөнгө герой - “Шурик” позывнойлы Мишкә районы егете. Ул махсус хәрби операция биләмәһенә сағыштырмаса яңы килгән – ике ай элек. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының подразделениеларының береһендә ул һыу ташыусы булып хеҙмәт итә.

– Беҙҙең полкка күптәрҙең эләккеһе килә, тап ошонда хеҙмәт итеүемә шатмын. Оҙаҡ булмаһам да, егеттәр менән тиҙ арала уртаҡ тел таптым, иптәштәр-дуҫтар барлыҡҡа килә башланы, – тип башланы һүҙен “Шурик”. – Быға тиклем Себерҙә эшләнем. Әйткәндәй, унда мин танкист инем, вездеходтар ҙа йөрөттөм. Себерҙә ауыр техникала эшләп, бында кәрәкле тәжрибә тупланды. Армияла хеҙмәт итмәһәм дә, махсус хәрби операция биләмәһенә килергә ҡарар иттем һәм һис тә үкенмәйем.

Шурик һыу ташыусы булып хеҙмәт итә, тинек. Үҙе әйтеүенсә, әлегә алғы һыҙыҡҡа барғаны юҡ. Әммә һыу йөрөткән биләмәләре бик ҙур. Аңлашыла, таҙа, эсәр һыуһыҙ кеше йәшәй алмай. Шуға күрә хәрби бик яуаплы эш башҡара.

– Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, һыуһыҙ йәшәү юҡ. Ә бында ул айырыуса ныҡ кәрәк. Таҙа һыуҙы бөтә ергә лә ваҡыты буйынса килтерер кәрәк. Былай өлгөртәм, ялыуҙар булғаны юҡ әле. Алмашһыҙ бер үҙем эшләйем, иң мөһиме, техника төҙөк. Техника үҙен ҡарағанды ярата. Айырыуса һуғыш барған ерҙә ул ышаныслы булырға тейеш. Шуға күрә йөрөткән машиналарым һәр ваҡыт төҙөк һәм ҡаралған. Был ваҡыт та, ғүмерҙе лә ҡотҡара, – ти яугир.

Шурикты өйөндә балалары, ата-әсәһе, туғандары көтә. Махсус хәрби операция биләмәһенә уларҙың тыныслығы, тыуған еребеҙгә һуғыш килмәһен өсөн киттем ти ул.

Ә икенсенән, герой-яҡташы Ғәзи Заһитов өлгөһөндә тәрбиәләнгән. Мишкә егетенең Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы ҡабатланмаҫ батырлығы - бар Башҡортостан, илебеҙ өсөн өлгө. Ул 1945 йылдың 30 апрелендә капитан В.Н. Маковтың төркөмөндә рейхстагты штурмлауҙа ҡатнаша. 22 сәғәт 30 минутта төркөм составында рейхстаг башына Еңеү байрағын ҡаҙай. Ғәзи Заһитов һәм уның иптәштәре Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, ләкин 1-се Белоруссия фронты командованиеһының ҡарары буйынса был батырлыҡ өсөн уларҙың барыһы ла Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Нисек кенә булмаһын, Башҡортостан халҡы өсөн ул ысын батырлыҡ өлгөһө. “Шурик” та шундай үрнәктәр бар саҡта өйҙә ятып ҡала алманым ти.

– Бында килергә ҡурҡманыңмы? – тип һорайым.

– Милләтем буйынса мари мин. Беҙҙә маңлайыңа яҙылһа, яҙмышыңдан ҡасып булмай, тиҙәр. Шулай булғас, Аллаһҡа тапшырҙым һәм бындамын. Юҡ, мин ҡурҡмайым. Тыныс ҡына хеҙмәт итер өсөн бар шарттар ҙа бар, республиканан бар кәрәкле нәмәләр менән тәьмин ителгәнбеҙ. Шулай булғас, еңеү яулағансы бында буласаҡмын, – тип яуап бирҙе ул.

Янда торған егеттәр ҙә, “Шурик”тың эшенә бер ялыу юҡ, ул подразделениены һәр ваҡыт таҙа һыу менән ваҡытында тәьмин итә, тине. Ошондай ышаныслы егеттәр бар саҡта яугирҙәр көнкүреш проблемалары тураһында уйламай, тыныс ҡына үҙ эшен башҡара ала ла.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас