Геройҙар дәүере
23 Ғинуар 2024, 07:00

Жуков миҙалы менән бүләкләнде

Төп бурысы - ватандаштары тыныс тормошта йәшәһен.

Жуков миҙалы менән бүләкләндеЖуков миҙалы менән бүләкләнде
Жуков миҙалы менән бүләкләнде

Күп кенә ир-егеттәребеҙ махсус хәрби операция биләмәһендә Ватанды яҡлауға сығыуы билдәле. Улар араһында Благовещенскиҙан “Еж” позывнойлы яугир ҙә бар. Ул РФ Президенты Владимир Путин указы менән Жуков миҙалы менән бүләкләнде.

Был - махсус хәрби операция зонаһында булған ваҡытта яҡташыбыҙҙың өсөнсө наградаһы. “Еж” артиллерияла хеҙмәт итә, подразделение менән етәкселек итә һәм ҡатмарлы хәрби бурыстар үтәй. Хәрби хеҙмәткәрҙең әйтеүенсә, уның төп бурысы – ватандаштары тыныс тормошта йәшәһен.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Сығанаҡ: vk.com/panoramanews

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас