Салауат районының Янғантау урта мәктәбендә “шайморатовсылар” ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан аталы-уллы “Шаман” һәм “Ракета” позывнойлы яугирҙәр менән осрашты. Улар “Башҡортостан” полкында хеҙмәт итә, тип яҙа “На земле Салавата” гәзите.
“Ракета” Янғантау мәктәбен тамамлаған, һуғыштағы батырлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән наградланған. Мәктәптә лә яуаплы, тыңлаусан уҡыусы булған, спорт менән шөғөлләнгән, ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам иткән. Ғаиләгә йорт һалып инеүҙә булышҡан, туғандарын ҡарашҡан. 9-сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжына уҡырға ингән. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң контракт буйынса Тажикстанда хеҙмәтен дауам иткән. Республикаға ҡайтҡас, техника ремонтлау эшен аса. Әммә хеҙмәттәштәре менән аралашҡандан һуң, икеләнеп тормай, махсус хәрби операция зонаһына барырға ҡарар итә, сөнки бөтә дуҫтары унда.
Атаһы, “Шаман” позывнойлы яугир матди тәьмин итеү ротаһы старшинаһы булып хеҙмәт итә. Ҡатыны Юлиә Фәрит ҡыҙы менән тағы ла дүрт бала тәрбиәләйҙәр.
Һалдаттарҙың әйтеүенсә, алғы һыҙыҡта тәьмин итеү яҡшы, Башҡортостан етәкселеге һәм Салауат районы халҡы ярҙамынан ташламай, даими гуманитар һәм техник ярҙам килеп тора. ”Илде ауыр саҡта дошмандан яҡларға кәрәк. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа илде фашистарҙан ҡотҡарыу өсөн көрәшкән”, - ти улар.
Янғантау ауыл биләмәһендә һуғыш яланында бик кәрәкле “Нива” машинаһы алыу өсөн аҡса йыйыу башланған. Аталы-уллы яугирҙәрҙең еңеү менән тиҙерәк тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,контракт төҙөү өсөн республика халҡы берҙәм 177 номеры буйынса мөрәжәғәт итә, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ яҡындағы “Мои документы” күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Бөтә һорауҙарығыҙға башбат.рф сайтында яуап табырға мөмкин.