Булат Чанышев Өфө ҡалаһындағы 21-се дауаханала табип-оториноларинголог булып эшләй. Быйыл ғинуар айында ул Луганск Халыҡ Республикаһына ойошторолған беренсе командировкаһына юлға сыҡты. Хәҙер белгес Башҡортостан табиптарының 19-сы бригадаһы составында Красный Луч халҡына медицина ярҙамы күрһәтә.
– Красный Лучта минең тәүге пациентым яңыраҡ ҡына бер айы тулған сабый булды, – ти Булат Чанышев. – Әсәһе балаһының йоҡлағанда һәм имеҙгәндә ныҡ мышнауына зарланды. Ул сабыйы менән миндә ике тапҡыр булды. Икенсеһе – контролләү маҡсатында. Дауаланғандан һуң әсәне борсоған сир билдәләре юғалды. Әсә бик ҡәнәғәт ҡалды.
Аҙаҡ ғәҙәттәге хеҙмәт көндәре башланды. Көнөнә үрге тын алыу юлдары вируслы сирҙәр менән зарарланған, бактериаль өҙлөгөүҙәргә дусар булған 25-30 кешене ҡабул итәм. Буш ваҡыт бик аҙ, уның ҙур өлөшө көнкүреш мәшәҡәттәренә китә, ял көндәрендә тренажер залына һәм бассейнға барырға тырышам. Бындай шөғөлдәр көсөргәнештән ҡотолорға, көс тупларға ярҙам итә.
Табип бала саҡтан медицина юлын һайларға хыялланған. Уҡыу йортона конкурстың ҙур булыуын белеү уны мәктәптә тырышып уҡырға дәртләндергән. Медицина университетын отличие менән, ҡыҙыл дипломға тамамлаған, аҙаҡ медицина фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлаған.
– Мин эшемде бик яратам, йәш белгестәр һәм ординаторҙар өсөн остазмын. Улар менән эшләү мауыҡтырғыс һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы. Красный Лучта бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем менән дуҫлашып бөттөк. Килеү менән бөтә уңайлыҡтары булған палаталарға урынлаштырҙылар. Анестезиолог-реаниматолог, педиатр, балалар неврологы менән бергә йәшәйбеҙ, бергә ашарға әҙерләйбеҙ, ҡайһы бер мәсьәләләр хаҡында бергәләп кәңәшләшәбеҙ, – ти яҡташыбыҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.