Геройҙар дәүере
26 Ғинуар 2024, 16:40

Бында шиғырҙар еңел яҙыла...

"Миңә Луганскиҙағы балалар Башҡортостанда үҫкән ҡыҙ-малайҙарға ҡарағанда өлкәнерәк, етдиерәк тойола..."

Бында шиғырҙар еңел яҙыла...Бында шиғырҙар еңел яҙыла...
Бында шиғырҙар еңел яҙыла...

Луганск Халыҡ Республикаһында Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһы табибы Гөлнара Нафиҡова ла эшләй. Ультратауыш диагностикаһы белгесе бында өсөнсө тапҡыр командировкала, әле халыҡҡа көн һайын медицина ярҙамы күрһәтә.

“Луганск Республикаһына эшкә китеүемде атай-әсәйем хуплап ҡаршы алды, ә ирем, элекке хәрби кеше, хәҙер үҙе ошонда социаль әһәмиәтле объекттарҙы һаҡлауҙа вахта ысулы менән эшләй, – тине табип. – Быға тиклем 2022 йылдың июнь һәм октябрь айҙарында командировкала булырға тура килде. Миңә бындағы балалар Башҡортостанда үҫкән ҡыҙ-малайҙарға ҡарағанда өлкәнерәк, етдиерәк тойола. Бер саҡ ун йәшлек малайҙың мәктәпкәсә йәштәге ҡустыһын диспансерлаштырыуға килтергәнен, уны көтөп ултырғанын хәтерләйем. “Әсәйең ҡайҙа һуң, ниңә килмәне?” - тип һорауыма ололарса яуап бирҙе:”Уның эше бар, бәләкәй һеңлемде ҡарай. Шулай булғас, үҙем ҡустымды табипҡа алып килергә булдым”, - ти. Кешеләрҙең сәләмәтлектәренә иғтибар биреп, диспансерлаштырыуға килә башлауы һәйбәт, әлбиттә. Күптәрҙе ҡалҡан биҙе проблемалары яфалай, хәҙер уларҙы ваҡытында асыҡларға һәм дауалауҙы башларға мөмкин.

Медицина колледжын тамамлағас, “Ашығыс ярҙам”да эшләнем. Шул ваҡытта миндә табип булыу теләге тыуҙы ла инде, күберәк белемгә эйә булғым килде, сөнки тап ошоға пациенттың ғүмере бәйле. Буш ваҡытта шиғыр яҙам, тиһәм, аптырамаҫһығыҙ, моғайын. Былтыр “Донбасс” тигән шиғырымды урындағы гәзиттә баҫтырып сығарҙылар. Бында шиғри юлдар күңелгә тиҙ килә, шиғырҙар еңел яҙыла. Китап уҡырға яратам, һәйбәт көндәрҙә ҡала буйлап йөрөйөм, бер ваҡыт әле лә эшләгән мәсеттең барлығын күреп шатландым. Ул минең тыуған яғымды хәтергә төшөрҙө. Тыуған яҡты һағынмай буламы ни?”

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас