Шишмә районында урынлашҡан Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркы йәш быуынды тәрбиәләү, егеттәрҙе хәрби тормошҡа әҙерләү, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәү йәһәтенән маҡсатлы эшмәкәрлек алып бара. Ул – төбәк Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы тормошҡа ашырылған матур башланғыс.
Бында даими рәүештә республика мәктәптәренең Х класс егеттәре өсөн биш көнлөк хәрби сборҙар ойошторола. Быйылғы уҡыу йылынан колледж студенттарын да ҡабул итә башлағандар. Йәкшәмбелә килеп урынлашҡандан һуң, дүшәмбе көнөнән улар парк ҡарамағындағы “Авангард” йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡытыу-методика үҙәгендә “Йәш яугир курсы” үтә башлай. Был – асылда Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеү нигеҙҙәре менән танышыу. Егеттәр иртәнге 6.30 сәғәттә тора, унан – зарядка, иртәнге аш. Артабан – стройҙа йөрөү, дөйөм ғәскәр уставын өйрәнеү, тактик, физик, хәрби-медицина әҙерлеге. Яңыраҡ парашют-десант әҙерлеген дә өҫтәгәндәр.
Быйылғы йылдағы тәүге сменала “Патриот”та Өфө ҡалаһының Киров, Калинин һәм Ленин райондары мәктәптәренең Х класс уҡыусылары хәрби-уҡыу сборында булған. Егеттәргә йылы кейем бирелгән, инструктаж үткәндән һуң улар тактик, строй, медицина, хәрби-десант, радиация, химик һәм биологик һаҡланыу, дөйөм хәрби устав һәм пилотһыҙ осоу аппараттарын өйрәнеү буйынса күнекмәләрҙе башлаған. Уҡыусылар теорияла алған белемде ғәмәлдә лә һынап ҡарай. Практик күнекмәләр һәм нормативтар тапшырыу хәрби тормошҡа яраҡлаштырылған шарттарҙа башҡарыла. Егеттәр ҡорал менән эш итергә, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә, хәрби топография нескәлектәренә, парашютты йыйырға өйрәнә. Пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү нескәлектәренә төшөнөү ҙә уларға ныҡ оҡшай. Шулай уҡ лазер тирында атыу, “Геройҙар уҙышы” ярышы мауыҡтырғыс ҡына түгел, ә мәргәнлек, таһыллыҡ, сыҙамлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләй.
Күнекмәләрҙе тәжрибәле инструкторҙар үткәрә. Үҫмерҙәр менән шөғөлләнгән белгестәрҙең барыһы ла тиерлек әрме тормошоноң әсеһен-сөсөһөн үҙ иңендә татыған элекке хәрбиҙәр. Хәрби-уҡыу сборында ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән дә етди талаптар ҡуйылған.
Һуңғы бер йылда “Авангард” йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡытыу-методика үҙәгендә ҙур эштәр башҡарылған. Быға тиклем бер заезда 200 кешене ҡабул итһәләр, хәҙер, һәр береһе иллешәр урынлыҡ ике яңы корпус төҙөлгәс, хәрби-уҡыу сборына 300 егетте йәлеп итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. 250 урынға иҫәпләнгән ҙур, уңайлы ашхана төҙөлгән.
– Төрлө әҙерлек менән килгән үҫмерҙәр бар. Әлбиттә, тәүге бер-ике көндә ата-әсәһенән айырылыу, тулыһынса хәрби режимдағы тормошҡа күнегеү ҡайһы берәүҙәргә ауырыраҡ бирелә. Әммә биш көн дауамында улар бер взвод, коллектив булып йәшәргә, эш итергә, ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәнә, хәрби шарттарға яҡынлаштырылған тормошҡа яраҡлаша. Шәмбе көнө күптәре ҡайтҡыһы килмәүе, тағы килергә теләүе тураһында белдереп таралыша, – ти “Авангард” йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡытыу-методика үҙәге директоры Никита Андреевич Рекрут.
Ҡышҡы һыуыҡтарға ҡарамай, егеттәр тырышып шөғөлләнә, ысын ир-егеттең бындай ғына һынауҙарға сыҙарға тейешлеген улар яҡшы аңлай.
Фото: “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркынан.