Геройҙар дәүере
28 Ғинуар 2024, 13:00

Бында тормош ҡайнай

Тынғыһыҙ йоҡонан һаҡлаусы боронғо амулеттар ҙа эшләйҙәр. 

Бында тормош ҡайнайБында тормош ҡайнай
Бында тормош ҡайнай

Һәр ваҡыттағыса, Федоровка районының Гавриловка ауылы китапханаһында тормош ҡайнай. Китапханасы Валентина Филимошина әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡаршы алып, уларға китаптар һайлап бирә, китап фондын тулыландыра, даими рәүештә төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәрә.

Мәҫәлән, яңыраҡ балалар уның етәкселегендә Төньяҡ Америка индеецтарының  тынғыһыҙ йоҡонан һаҡлаусы боронғо амулеттарын эшләне. Шуҡ һәм һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ һәм малайҙар үҙҙәрен  боронғо индеец итеп тойоуҙан тыш, бетеү эшләүҙә фантазияһын, тырышлығын һалды, уның тарихын белде, бетеүгә бәйле мауыҡтырғыс легендалар ишетте, тип яҙа “Ашкадарские зори”.

Өлкәндәр өсөн дә бында шөғөлдәр етерлек. Яңыраҡ “Йөрәктән-йөрәккә” тип аталған ирекмәндәр төркөмө тағы ла бергә йыйылып, махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусылар өсөн  маскировка селтәрҙәре үрергә булды. Ошо ябай ғына селтәрҙәрҙең яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге уларҙы эшкә дәртләндерә. “Улдарыбыҙҙы, ирҙәребеҙҙе, атайҙарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, бөтә күңелебеҙҙе һалып, теләктәребеҙҙе теләп үрәбеҙ беҙ уларҙы”,– ти ҡатын-ҡыҙҙар. Федоровка районы халҡы еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көсөн дә, ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәй.Ҡыйыу егеттәребеҙ иҫән-һау булһын, тыуған яҡтың йылыһын һәм изгелеген тойһон, тип теләй улар. 

В. Филимошина фотолары. https://ashzori.ru/news/novosti/2024-01-23/gavrilovskaya-biblioteka-tsentr-prityazheniya-detey-i-vzroslyh-3614808

 

Бында тормош ҡайнай
Бында тормош ҡайнай
Бында тормош ҡайнай
Бында тормош ҡайнай
Бында тормош ҡайнай
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас