Балаҡатай районы махсус хәрби операция зонаһына сираттағы гуманитар йөгөн ебәрергә әҙер. Был - иҫәп буйынса егерменсе гумконвой. Тулыһынса комплектланған “Буханка” УАЗ-ы, таҡталар, 11 маскировка селтәре, 500 килограмм макарон изделиелары һәм башҡа күп нәмә беҙҙең район халҡы ярҙамында әҙерләнде.
- Рәхмәт һеҙгә, яҡташтар, ихлас ярҙамығыҙ өсөн. Бөтәбеҙ бергә – фронт һәм тыл берҙәм булғанда ғына Еңеүҙе яҡынайта аласаҡбыҙ, – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Балаҡатай район хакимиәте етәксеһе Мәсхүт Миңлеғәлин.
- Беҙҙең "көмөш" ирекмәндәр көн һайын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтә. Быға тиклем маскировка селтәрҙәре үрҙеләр, окоп шәмдәре эшләнеләр, шәхси гигиена саралары йыйҙылар, йыуғыстар бәйләнеләр. Яугирҙәргә бергәләп ярҙам итәсәкбеҙ", – тип билдәләне Балаҡатай районында ирекмәндәр хәрәкәте координаторы Г.З. Туйсина.
Сығанаҡ: vk.com/glava_belokatai