Геройҙар дәүере
1 Февраль 2024, 11:00

“Ҡанаттарым ҡайырылды, әммә йәшәргә кәрәк...”

"Хәрбиҙәрҙең ҡатындары ғүмер буйы өмөт менән йәшәй, улар яҡындарын көтә белә”, – тине осрашҡанда Рәсәй Геройының ҡатыны.

“Ҡанаттарым ҡайырылды, әммә йәшәргә кәрәк...”“Ҡанаттарым ҡайырылды, әммә йәшәргә кәрәк...”
“Ҡанаттарым ҡайырылды, әммә йәшәргә кәрәк...”

Рәсәй Президенты Владимир Путин яҡташыбыҙ, Ғафури районының элекке хәрби комиссары, генерал Шайморатов ордены менән наградланған Андрей Мигуновҡа махсус хәрби операцияла һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Был - хәбәр өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ, уның Тыуған иленә бирелгәнлеге, һалдаттары өсөн атайҙарса яуаплылығы әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ һоҡланыу, рәхмәт  тойғоһо уятһа, бөгөн ошондай намыҫлы, оло йөрәкле илһөйәрҙең арабыҙҙа юҡлығы, Геройҙың халыҡтың ихлас рәхмәтенә, Хөкүмәттең оло наградаһына лайыҡ булыуын бер ҡасан да белмәү, шатлыҡты яҡындары менән уртаҡлаша алмау үкенесе күңелде һыҙлата.

“Юҡ, мин уның үлемен ҡабул итә алмайым, миңә ҡалһа, ул әле лә ҡайҙалыр хеҙмәт итеүен дауам иткәндәй, бөгөн булмаһа, иртәгә үҙе тураһында хәбәр бирер кеүек. Сөнки хәрби ҡатындары ғүмер буйы өмөт менән йәшәй, улар яҡындарын көтә белә”, – тине осрашҡанда Геройҙың ҡатыны Любовь Александровна Мигунова.

Был етди ҡарашлы, йәшлек һылыулығын һис тә ташламаған, тормош иптәшенә ҡайнар мөхәббәтен һәм хөрмәтен ғүмер буйы йөрөткән ханымды Красноусол мәҙәниәт йортонда бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар менән маскировкалау селтәрҙәре үргән ерендә осраттыҡ. “Мин өйҙә бер үҙем ҡала алмайым, бушлыҡ үҙәкте өҙә, кешеләр янында, эш менән булһам, күңелем тынысланғандай”, – тине Любовь Александровна.

Күпме ҡайғы-кисерештәр, йоҡоһоҙ төндәр зарыҡтырыуына, юғалтыуҙар тормоштоң аҫтын-өҫкә килтереүенә ҡарамаҫтан, һалдат әсәһенең, командир ҡатынының саҡматаштай ныҡлығына хайран ҡалырлыҡ.

– Ә бит барыһы ла әкиәттәгесә башланғайны. Тәүге ҡайнар һөйөү, татыу ғаилә ҡороу, балалар тәрбиәләү... Йәшәү урындарын нисәмә тапҡыр алмаштырыу ҙа бәхетле тормошҡа кәртә булманы. Мин үҙем - Ишембай ҡыҙы. Андрей Мәләүез ауылының Һарыш ауылында тыуып үҫһә лә, аҙаҡ Ырымбурҙа йәшәгәндәр.

Һарышта йәшәгән өләсәйҙәребеҙгә ҡунаҡҡа килгәндә тәү тапҡыр таныштыҡ та инде. 1981 йылда ул Камышин хәрби училищеһына уҡырға инде. Өйләнешеүебеҙ ҙә тиҙ булды, хәрбиҙәр йәһәт ҡарар ҡабул итергә ғәҙәтләнгән. 1985 йылдың 10 авгусында өйләнештек, ә 12 августа Андрейҙы интернациональ бурысын үтәү өсөн Афғанстанға оҙаттыҡ. Аҙаҡ инде Мещерин, Межгорье, Белорет ҡалаларында етәксе вазифаларында хәрби хеҙмәтен үтәне.

2001 йылдан 2006 йылға тиклем Ғафури районының хәрби комиссары булып эшләне, шунан алып Красноусол ҡасабаһында йәшәйбеҙ. Үҙем "Энергосбыт" системаһында 18 йыл эшләнем.

Махсус хәрби операция иғлан ителгәс, тәүге көндәрҙә Андрей ҡара янып йөрөнө. Һәр һалдаттың яу яланында һәләк булыуын, ерләү церемонияларын ауыр ҡабул итте, йәш кенә тәжрибәһеҙ егеттәрҙең ғүмере өҙөлөүен йөрәге аша үткәрҙе.

“Мин бит хәрби офицер, тылда ята алмайым, ҡәҙерлем, аңла мине!” – тигәс, килешмәнем, төрлөсә уйынан ҡайтарырға теләп, йәшенең алтмышҡа етеп килеүен, ҡыҙыбыҙҙың операцияға әҙерләнеүен һылтау итеп, нисек тә был аҙымын кисектерергә тырыштым.

“Һин бит инде хәрби бурысыңды үтәгәнһең, Андрей, тыныслан. Бер ҡанатым һыныуын һаман кисерә алмайым (улыбыҙ 37 йәшендә генә йөрәк-ҡан тамырҙары сире арҡаһында көтмәгәндә вафат булып, ҡара ҡайғыға һалды, ул да хәрби кеше, майор ине, ике балаһы ҡалды), бер күләүеккә ике тапҡыр инеп буламы ни", - тип аҙарынам. Ғәмәлдә иһә 58 йәштә булһа ла, ирем бик яҡшы физик формала ине. Баҡсала ҡаҙынырға, емеш ағастарын балалай тәрбиәләргә яратты, тынғыһыҙ булды.

 2023 йылдың 17 майында Оборона министрлығы менән, махсус хәрби операцияға ебәреүҙәрен һорап, контракт төҙөнө. Беҙ уны хәрби зонаға 25 майҙа оҙаттыҡ. Мин күндем, уны туҡтатырлыҡ көс табылмаясағын аңлай инем инде, ҡарарын хуплап ҡабул иттем, еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләнем. Ул “Башҡортостан” полкы составында Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры вазифаһында, подполковник званиеһында хеҙмәт итте.

Һәр таң менән “Хәйерле иртә!”, һәр кис һайын “Тыныс йоҡо!” теләп, ҡыҫҡа ғына хәбәрҙәр ебәреп, күңелде күтәрергә, борсолоуҙарҙан араларға тырышты. Рәхәтләнеп һөйләшеү мөмкинлеге булманы тиерлек, бары Луганскиҙа булғанда телефон аша ни бары өс тапҡыр һөйләшә алдыҡ. Мин яҙам, ә яуап юҡ та юҡ... Борсолоуҙар менән үткән көндәр етерлек булды.

“Яуап бирмәгәнгә борсолма, мин блиндажда ултырам, оҙаҡ бәйләнеш булманы”, - тип йыуатҡанына ышанған булам. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул һәр саҡ экипаждар менән, уларҙы күҙ уңында тотоп, арттарынан ҡалмай йөрөгән. Ихтыяр көсө ташып торған, ҡыйыу, хәрби бурысына тоғро кешенең һуғышта ҡатнашмай, ситтән генә күҙәтеүе мөмкин дә түгелдер. Андрей Павловичтың яулап алынған рубеждарҙы ҡулдан ысҡындырмау, дошманға бирмәү, төркөм алдында торған бурысты үтәү өсөн ғүмерен биргәнен яҡшы аңлайым, башҡаса сара булмағандыр.

Ә бит беҙҙең бер ҡасан да һуғыш эргәләй көн дә һағалап торған үлем тураһында һөйләшкәнебеҙ булманы. Әйтерһең дә, уның беҙҙең ғаиләгә ҡағылыуы мөмкин түгел! Тик һуғышта унан яманыраҡ “әсир төшөү” осрағы мине ныҡ хафаландырҙы. “Андрей, ундай ваҡиға була ҡалһа, “Улыбыҙҙың хәле нисек?” тигән хәбәр ебәрһәң, мин барыһын да аңлармын, тигән булам.

Хеҙмәттәштәренең һөйләүенсә, 2023 йылдың 28 ноябрендә подполковник үҙе шәхсән танк экипаждарын йәшерен позицияларҙан алышҡа сығара, дошманға резервтарын яҡын килтерергә мөмкинлек бирмәй, хәрби машинаһы дрондар һөжүменә эләгә. Ҡәҙерле кешемдең батырлығы, илһөйәрлеге йәштәребеҙ өсөн героизм өлгөһө булып йәшәүенә өмөтләнәм һәм был миңә, ҡанаттарым ҡайырылғанда ла,  артабан йәшәргә көс бирә,– тип һөйләне Геройҙың ҡатыны Любовь Александровна Мигунова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Ғафури районы.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

“Ҡанаттарым ҡайырылды, әммә йәшәргә кәрәк...”
“Ҡанаттарым ҡайырылды, әммә йәшәргә кәрәк...”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас