Махсус хәрби операцияла булған “Аркадий” позывнойлы яугир бер ай ярым элек “Ике туған ҡустыма бағышлайым” йырының аудиояҙмаһын һәм уның һүҙҙәрен ватсап аша һалды. “Йырҙың авторын һәм башҡарыусыһын беләм. Беҙҙең Белорет районының Шығай ауылы егеттәре”, – тип яуап бирҙем. “Миңә егеттәр ебәргәйне”, – тип яуап яҙҙы. Мәғлүм булыуынса, уны фронтта егеттәр бер-береһенә тапшырып, яратып тыңлай икән.
Был йырҙы Шығай ауылынан Айнур Әмиров махсус хәрби операцияла һәләк булған ике туған ҡустыһы Вадим Әмировҡа бағышлап яҙған һәм быйыл апрелдә Ранис Алтынбаевҡа башҡарыуын һорап мөрәжәғәт иткән.
“Ошо йырҙы ҡустымдың тыуған көнөнә яҙған инем, 21.01.2023. Ул 1 апрелдә махсус хәрби операцияла һәләк булды. Шул йырҙы матур итеп, урынына еткереп, һин йырлаһаң, яҡшы булыр ине”, – тип яҙып, ватсап аша ебәргән (Иҫкәртмә, был яҙма күсермәһе миндә бар).
– Мин был йырҙы алманым, сөнки был дөрөҫ булмаҫ ине. Уны йырлау өсөн махсус хәрби операцияға барып, башыңдан үткәрергә кәрәк, – тине Ранис Рәйес улы.
Артабан был йырҙы Айнур Әмиров ауылдашы Илназ Үҙәнбаевҡа тәҡдим иткән. Шулай итеп, артабан Илназ башҡара, ә ауылдаштары, йәш шағирә Айзилә Мортаева йыр һүҙҙәрен эшкәртеүҙә ярҙамлашҡан, тулыландырған.
Шулай итеп, “Ике туған ҡустыма бағышлайым” йыры “Һалдат йыры”на әйләнгән.
Иҫкәртмә: фотола - яугир "Аркадий"ҙың махсус хәрби операция биләмәһенән ебәргән йыр һүҙҙәре. Ә был һуңғы варианты - йырҙа башҡарылған "Һалдат йыры":
Тыныс ине күңел күгем,
Йәшәй инек һөйөп-көлөп.
Ҡайҙан килде афәт - һуғыш,
Йөрәк тулы яра-һағыш.
Ҡушымта:
Күкте баҫҡан ҡара болот,
Минең күңел шуға бойоҡ.
Киттем, дуҫтар, мин алыҫҡа,
Киттем, дуҫтар, мин һуғышҡа.
Янда бара яҡын дуҫым,
Ул да моңһоу, ул да тып-тын.
Бер-беребеҙгә беҙ терәк,
Иҫән ҡайтыу беҙгә кәрәк.
Дуҫым әйтә, бойоҡма һин,
Ҡайтырбыҙ беҙ быйыл йәйен.
Терәк булып килдек бергә,
Ҡайтырбыҙ беҙ Тыуған ергә.
Ҡайталмаһам, онотмағыҙ,
Яҡты хәтер һеҙ һаҡлағыҙ.
Мин ҡайтырмын яҙҙар һайын,
Япраҡ ярһа ап-аҡ ҡайын.
Фото: ватсап һәм vk.com