Ҡариҙел районының Комсомол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары бына тағы ла клубҡа йыйылып, берҙәм рәүештә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтары өсөн сираттағы гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторҙо. Был хаҡта ауыл улубы методисы Илмира Сибәғәтуллинанан да яҡшыраҡ белеүсе юҡтыр, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите.
– Комсомолдар Тыуған ил именлегенә, һалдаттарыбыҙҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡағылған мәсьәләләрҙән ситтә ҡала алмай. Барыһы ла “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” акцияһына дәррәү ҡушылды. Ватанды яҡлаусылар өсөн аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре, кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡтар даими туплана. Был юлы яугирҙәр өсөн 55 йомортҡаға ҡамыр баҫып, туҡмас ҡырҡтыҡ, блиндаж шәмдәре әҙерләнек, – ти Илмира Тимуровна. – Бөтә кәрәк-яраҡты үҙебеҙ килтерҙек, шәмдәр өсөн ҡатырғаны магазиндан, ә балауыҙҙы үҙем һатып алдым. Ауылдаштарыма ҙур рәхмәт , тылдың ныҡлығы егеттәребеҙ өсөн мөһим. Иғтибарыбыҙ һәм ихтирамыбыҙ уларға көс-ҡеүәт бирһен, тип теләйбеҙ. Беҙ уларҙың тиҙерәк еңеү менән тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.
Лилия Бәҙретдинова фотолары. https://karaidel.site/