Геройҙар дәүере
2 Февраль 2024, 06:05

“Йөрәк ҡушыуы буйынса килдем”

Махсус хәрби операция биләмәһенә командировка барышында әңгәмәләшкән яҡташ яугирҙәр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы геройыбыҙ – “Башҡортостан” полкында матди тәьминәт ротаһы командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт иткән Рәмил Рәүилев. Бында уны “Әмир” тип йөрөтәләр.

“Йөрәк ҡушыуы буйынса килдем”“Йөрәк ҡушыуы буйынса килдем”
“Йөрәк ҡушыуы буйынса килдем”

Ҡаҙағстан Республикаһының Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһында тыуып үҫкән. Атаһы сығышы менән Башҡортостандың Ғафури районынан, әммә йәш сағында тимер юлы төҙөү өсөн Ҡаҙағстанға юллана һәм шунда ғаилә ҡора. Шулай ҙа тыуған төйәк үҙенә тарта – Рәүилевтәр республикабыҙға ҡайтып төпләнә. Рәмил Ишембай ҡалаһындағы 6-сы мәктәпте тамамлай. Мәктәп директоры Жанна Ғафур ҡыҙын, класс етәксеһе Надежда Андреевнаны оло хөрмәт менән иҫкә ала.  

Рәмил атаһының эшен дауам итеп, тимер юлсы һөнәрен һайлай. Махсус хәрби операцияға алынғанға тиклем Ҡарлыман тимер юл станцияһы начальнигы вазифаһын башҡара. Ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, ул – өс бала атаһы.

– Бында Ватаныбыҙҙың саҡырыуын ҡабул итеп, йөрәк ҡушыуы буйынса килдем. Өс бала атаһы булараҡ та, тимер юл станцияһы начальнигына бирелгән бронь буйынса ла махсус хәрби операцияға өлөшләтә саҡырыуға эләкмәй инем. Шуға күрә үҙ теләгем менән юлландым, – ти “Әмир”.

Бындай теләк унда 2014 йылда, Украинаға бәйле сыуалыштар башланған мәлдә үк, барлыҡҡа килә. Әммә ул ваҡытта Рәсәй хәрби көстәрҙе йәлеп итмәй. 2022 йылдың февралендә махсус хәрби операция иғлан ителеү менән Рәмил һис икеләнмәйенсә ил именлеге һағына баҫырға ҡарар итә. “Миндә ҡайһы бер кешеләрҙәге кеүек икеләнеү, “Ни өсөн?”, “Ни эшләп улай?” тигән һорауҙар бөтөнләй тыуманы”, – ти ул.

“Әмир” бында үҙен табыуын йәшермәй, шуға күрә махсус операция тамамланғас та хәрби хеҙмәтен дауам итергә теләүе лә аңлашыла. Ул ошондай маҡсаты булған яугирҙәрҙең күп булыуын билдәләне. Улар – башлыса Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итә башлап, һуңғы йылдарҙағы ҡыҫҡартыуҙар йәки башҡа сәбәп менән әрме хеҙмәттән китергә мәжбүр булған, әммә күңеле, йәне-тәне менән ысын хәрби булып ҡалған ир-егеттәр.

Алда яҙып үтеүебеҙсә, “Әмир”ҙе тыныс тормошта ҡатыны һәм өс балаһы оҙатып ҡалған.

– Ҡатыныма бында юлланырға теләүем хаҡында ипләп-ипләп әйтә килдем. Әлбиттә, ул башта быны ысынға алманы, “шаяртма улай тип”, “һинең бында ла эшең дә, хеҙмәт хаҡың да һәйбәт, унда нимә бар” тигәнерәк һүҙҙәр ҙә булды. Уны ла аңларға мөмкин. Шулай ҙа уны ла, балаларҙы ла яйлап әҙерләнем, әммә хәрби комиссариатҡа барып, ғариза яҙыуымды, медицина комиссияһы үтеүемде алдан әйтмәнем. Шулай ҙа ҡатыным да, балалар ҙа үҙҙәрен лайыҡлы тотто, “Үҙеңде һаҡла!” тип, изге теләктәр менән оҙатып ҡалды, – ти яугир.

“Әмир” баштан уҡ үҙенә аныҡ маҡсат ҡуя – мотлаҡ “Башҡортостан” полкына эләгергә һәм үҙебеҙҙең егеттәр менән иңгә-иң терәп ил именлеген һаҡларға! Ошо ниәтенә өлгәшә. Был полктың нисек уңышлы хәрәкәт итеүе, бындағы тәртиптең ныҡлығы, уның составындағы батальондарҙың берҙәмлеге, яугирҙәрҙең ҡаһарманлыҡтары һәм ҡаҙаныштары бөгөн күптәргә мәғлүм. “Тәүге осор менән сағыштырғанда, фронтта хәлдәр ныҡ ҡына үҙгәрҙе. “Башҡортостан” полкы бик көслө, берҙәм хәрәкәт итә, уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа етерлек”, – ти командир урынбаҫары.

“Әмир”ҙең йәштәргә әйтер һүҙе лә бар: “Ошондай ҡатмарлы, буталсыҡ заманда йәштәрҙең айыҡ аҡыллы, аңлы булыуын теләйбеҙ. Сит илдәрҙең, айырыуса Көнсығыштың тәьҫиренә бирелергә ярамай. Улар  бит хатта йәнһүрәттәр аша ла үҙ идеологияһын алға һөрә. Ундағы ҡиммәттәр беҙгә бармай, сөнки беҙ – икенсе төрлөбөҙ. Беҙҙә борон-борондан нығынған, йәшәйеш менән һыналған ғаилә ҡиммәттәре бар, шуларға таянырға кәрәк. Йәштәр бында кәрәк, сөнки заман техникаһын улар яҡшыраҡ аңлай. Илебеҙ һынылышлы осор кисергәндә берҙәм, бер маҡсатлы булырға иейешбеҙ”.

Авторы - В. УРАЗБАЕВ.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас