Геройҙар дәүере
3 Февраль 2024, 09:00

Яугирҙәр остазының хәлен белгән

Был юлы уҡытыусыларының хәлен белешергә “Шайтан” менән “Камаз” позывнойлы яугирҙәр барған.

Яугирҙәр остазының хәлен белгәнЯугирҙәр остазының хәлен белгән
Яугирҙәр остазының хәлен белгән

Был хаҡта Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған.

"Учалы районының Озерный ауылында ОБЖ уҡытыусыһы Нәкиб Әйүпов йәшәй. Ул хәҙер хаҡлы ялда һәм ауыл старостаһы. Уҡытыусының күп тәрбиәләнеүселәре профессиональ  хәрбиҙәр, күптәре Рәсәй әрме сафтарында лайыҡлы хеҙмәт үткән. Илебеҙ өсөн ауыр саҡта ла уҡыусылары һынатмай: күптәре махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәй.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда яугирҙәр иң беренсе булып остазының хәлен белә. Ул үҙ сиратында һәр ваҡыт үҙ уҡыусыларының ҡасан махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтыуын белә, уларҙы көтөп ала. Уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрә, яугирҙәр йәш быуын менән аралашһын, улар менән ғорурланһын, ти.

Был юлы ла уның уҡыусылары, хәҙер инде батыр яугирҙәр – “Шайтан” һәм “Камаз” позывнойлы яугирҙәр Нәкиб Ҡатип улы менән осрашты, һөйләште, үткәндәрҙе хәтерләп алды һәм, әлбиттә, Еңеү менән  һәм һау-сәләмәт, иҫән-һау ҡайтырға һүҙ бирҙе",  - тип яҙған Учалы районы башлығы.

Фото: Руслан Ғиләжетдинов.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас