Геройҙар дәүере
8 Февраля 2024, 08:00

Яуҙа ике иптәшен ҡотҡарған

Уларҙы дошман уты аҫтынан үҙ яурынында алып сыға. 

Яуҙа ике иптәшен ҡотҡарғанЯуҙа ике иптәшен ҡотҡарған
Яуҙа ике иптәшен ҡотҡарған

Салауат районынан "Зубник" позывнойлы яугир бер йылдан ашыу инде махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Яҡташыбыҙ 2022 йылдың көҙөндә Татар Малаяҙ ауылынан мобилизацияланған. Өйҙә йәш ҡатыны һәм бәләкәй ҡыҙы ҡалған. Икенсеһе МХО-ла булғанда тыуған.

"Зубник" ике наградаға эйә. Дәүләт наградаһын, Суворов исемендәге миҙалды дошман позицияларын штурмлау ваҡытында ике хәрби иптәшен ҡотҡарғаны өсөн ала. Уларҙы дошман уты аҫтынан үҙ яурынында алып сыға.

Күптән түгел яугир отпускыға ҡайта һәм ауыл клубында осрашыуҙа ҡатнаша. Хәрби тормошо һәм дошмандың ҡанһыҙлығы тураһында һөйләй. "Беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ!" тип ышандырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Сығанаҡ: vk.com/club175284210

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас