Стәрлебаш районының Күндерәк ауылы халҡы яугирҙәребеҙ өсөн окоп шәмдәрен әҙерләй.
Республика халҡы менән бер рәттән, стәрлебаштар ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә ярҙам итә. “Ауыл әүҙемселәре илебеҙ һағында торған ир-егеттәребеҙгә ярҙам маҡсатында окоп шәмдәрен әҙерләй башлаған. Ҡышҡы һалҡындарҙа махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә окоп шәмдәре айырыуса кәрәк, – тип хәбәр итә Стәрлебаш районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. – Ул йылынырға ғына түгел, ә аш-һыу әҙерләргә, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе киптерергә лә ярҙам итәсәк. Аҙ ғына урын биләй, өс-һигеҙ сәғәт тирәһе яна. Өҫтәүенә, елдә һүнмәй, төтәмәй”.
Күндерәктәр окоп шәмдәрен эшләр алдынан уларҙы әҙерләү технологияһын ентекләп өйрәнгән. Улар сит илдән килгән банан ҡатырғаһының һәйбәт яныуын асыҡлаған. Әлеге ваҡытта берҙәмлек һәм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә 100 дана окоп шәме әҙерләнгән дә инде. Уны эшләү өсөн улар, аҡса йыйып, бер төрлө тимер банка, парафин һатып алған. Ә алты килограмлыҡ балауыҙҙы Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе Николай исемле умартасы биргән. Уның улы ла махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта күндерәктәр сираттағы партия окоп шәмдәрен әҙерләй.
Фотолар, сығанаҡ: Стәрлебаш районы хакимиәте.