Геройҙар дәүере
11 Февраль 2024, 11:00

Яҡташтарыбыҙ беҙҙе ҡулдарҙы ҡаты ҡыҫып ҡаршы алды

Үҙ күҙҙәрең менән күргәс, яугирҙәргә нимә кәрәклеген аңлайһың һәм, иң мөһиме, уларҙың батырлығын күрәһең.

Яҡташтарыбыҙ беҙҙе ҡулдарҙы ҡаты ҡыҫып ҡаршы алдыЯҡташтарыбыҙ беҙҙе ҡулдарҙы ҡаты ҡыҫып ҡаршы алды
Яҡташтарыбыҙ беҙҙе ҡулдарҙы ҡаты ҡыҫып ҡаршы алды

Республика райондары етәкселәре даими рәүештә махсус хәрби операция биләмәһенә барып тора. Яңыраҡ Саҡмағош район хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев етәкселегендәге делегация райондаштары әҙерләгән гуманитар ярҙамды, посылкаларҙы яҡташ яугирҙәргә тапшырып ҡайтты.

Реканс Фәнил улы үҙенең сәфәре тураһында социаль селтәрҙә уртаҡлашып барҙы. Уның юляҙмалары менән һеҙҙе лә таныштырабыҙ:

“Беҙ тағы ла махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар йөк менән барҙыҡ. Беҙҙең яугирҙәр төрлө подразделениеларҙа хеҙмәт итә, шуға ла өс көн эшләйбеҙ. Бер йүнәлештәге эште тамамланыҡ. Яҡташтарыбыҙ беҙҙе ҡулдарҙы ҡаты ҡыҫып ҡаршы алды, беҙҙең килеүгә бик шатланды. Йөктөң бер өлөшөн тапшырҙыҡ: ике “УАЗ” автомобиле, бронжилеттар, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, дарыуҙар.

Беҙҙең яугирҙәр ярҙам өсөн рәхмәт һәм саҡмағоштарға ҙур сәләм әйтте! Бөтәһе лә күтәренке рухта, еңеүгә һәм тиҙерәк өйгә ҡайтыуға ынтылалар.

Ә беҙ артабан үҙебеҙҙекеләргә табан юлланабыҙ.

Икенсе көн ауырыраҡ булды.  Беҙҙең яҡташтар урынлашҡан киләһе урынға тиклем беҙҙе оҙатҡан махсус отряд егеттәренә рәхмәт. Алып килгән бөтә әйберҙәрҙе лә тапшырҙыҡ. Тағы ла нимә кәрәклеген белеп, егеттәрҙең үтенестәрен ҡабул иттек.

Үҙ күҙҙәрең менән күргәс, яугирҙәргә нимә кәрәклеген аңлайһың һәм, иң мөһиме, уларҙың батырлығын күрәһең. Беҙҙең һаҡлаусыларыбыҙҙың сыҙамлығы, ышанысы һәм рухи көсө ныҡ! Ә был иң мөһиме!

Әлбиттә, бөтәһе лә өйҙәрен һағына, әммә хәрби бурыс бөтәһенән дә юғарыраҡ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Саҡмағоштарға һәм яҡташтарға гуманитар ярҙамды йыйғандары һәм алып барырға ярҙам иткәндәре өсөн тағы ла берҙе рәхмәт әйткем килә. Яҡташлыҡ көсө үҫешһен һәм изге эштәргә илһамландырһын! Бөтәһе лә еңеү өсөн!

Махсус хәрби операция биләмәһендәге сәфәребеҙҙе тамамлайбыҙ.

Яугирҙәргә беҙҙең ярҙам мөһим. Ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ һәм ҡыҙерле Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ!” – тип уртаҡлашты Реканс Йәмәлиев.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/yamaleev,  Реканс Ямалеев

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас