Геройҙар дәүере
12 Февраль 2024, 04:00

“Күңелдәрен күтәрергә теләнек...”

Тыуған яҡтың, ауылдаштарының һағыныуы, юҡһыныуы булып, яҡташтарына барып етһен бәләкәйҙән һәр кемгә танһыҡ, тәмле был ризыҡ.

“Күңелдәрен күтәрергә теләнек...”“Күңелдәрен күтәрергә теләнек...”
“Күңелдәрен күтәрергә теләнек...”

Ҡариҙел районының Иҫке Бағаҙы ауылы халыҡ элек-электән берҙәмлектәре менән дан тота. Был юлы ла  хеҙмәт ветерандары, апай-еңгәләр, килен-һеңлеләр  ярҙамсыллыҡтарын, тырышлыҡтарын иҫбат итте. Яҡындарынан алыҫта Ватанды һаҡлаған яҡташ егеттәре өсөн тәмле өй туҡмасы ҡырҡып, уларҙың күңелен аҙ булһа ла күтәрергә теләне.

Яугирҙәргә һаулыҡ, именлек теләп,  доғалар уҡып, 60 йомортҡаға ҡамыр баҫып, ҡатын-ҡыҙҙар туҡмас ҡырҡты.  Егеттәрҙең еңеү менән тыуған яҡтарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләне ауылдаштар. Ҡайһы бер егәрлеләр туҡмасты өйөндә әҙерләп клубҡа килтерҙе, тип яҙа ауыл мәҙәниәт йорто методисы Р. Йыһаншина. Һөйөү менән әҙерләнгән аҙыҡ оҙаҡламай сираттағы гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ. Тыуған яҡтың, ауылдаштарының һағыныуы, юҡһыныуы булып, яҡындарын иҫкә төшөрһөн бәләкәйҙән һәр кемгә танһыҡ тәмле ризыҡ.

Фото: https://karaidel.site/news/obshchestvo/2024-02-04/zhenschiny-d-starye-bagazy-karaidelskogo-rayona-prigotovili-lapshu-dlya-uchastnikov-svo-3629699

“Күңелдәрен күтәрергә теләнек...”
“Күңелдәрен күтәрергә теләнек...”
“Күңелдәрен күтәрергә теләнек...”
“Күңелдәрен күтәрергә теләнек...”
“Күңелдәрен күтәрергә теләнек...”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас