Геройҙар дәүере
12 Февраль 2024, 06:00

Тимурсылар яугир әсәһенә ярҙам иткән

Һеҙҙең яҡта былай командалар бармы?

Тимурсылар яугир әсәһенә ярҙам иткәнТимурсылар яугир әсәһенә ярҙам иткән
Тимурсылар яугир әсәһенә ярҙам иткән

Асҡын районының Солтанбәк  мәктәбендә Тимур командаһы әленән-әле изге эштәре менән һөйөндөрөп тора. Ҡышҡы миҙгелдә улар ярҙамға мохтаж кешеләргә барып, йорт алдарын, һуҡмаҡтарҙы ҡарҙан таҙартырға ярҙам итә.

9 февралдә 8-се һәм 9-сы класс уҡыусылары  уҡытыусы апайҙары Зилә Исламова һәм Розалия Факкарова етәкселегендә  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир әсәһе  Гөлсөм Ғилмулла ҡыҙы Имамоваға барып, йорт алдарын, һуҡмаҡтарҙы, утынлыҡ эргә-тирәһен ҡарҙан таҙартырға булыша.

Эш тамамланғас, уҡыусыларҙы Гөлсөм апай тәмлекәстәр менән сәй эсергә саҡыра. Шулай, бергәләшеп сәй эсеп, табын артында һөйләшеп, яңғыҙы йәшәүсе Гөлсөм апайҙы ҡыуандырып ҡайта йәш тимурсылар.

Солтанбәктәргә – афарин! Шулай изге эштәрегеҙ менән донъяны йәмләп йәшәгеҙ, тырышып уҡығыҙ! Изгелек өләшкәндән  арта ғына!

Наилә Имаева.

Сығанаҡ: https://yantiyak.ru

Тимурсылар яугир әсәһенә ярҙам иткән
Тимурсылар яугир әсәһенә ярҙам иткән
Тимурсылар яугир әсәһенә ярҙам иткән
Тимурсылар яугир әсәһенә ярҙам иткән
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас