Геройҙар дәүере
14 Февраль 2024, 08:30

Төрлө һорауҙарға яуап алып була

Башҡортостандан сенатор Олег Голов “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалында граждандарҙы ҡабул итте. 

Төрлө һорауҙарға яуап алып булаТөрлө һорауҙарға яуап алып була
Төрлө һорауҙарға яуап алып була

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалында граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Уны Рәсәй Федерацияһы сенаторы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан вәкил Олег Голов үткәрҙе. Осрашыуҙа “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфит Ниғәмәтйәнов ҡатнашты.

Сенаторға бөтәһе 15 кеше мөрәжәғәт итте. Ике ғариза биреүсе өсөн видеоконференцэлемтә ойошторолдо. Фонд филиалында билдәләүҙәренсә, бындай граждандарҙы ҡабул итеү форматы тәүге тапҡыр ҡулланыла. Артабан Башҡортостандың иң алыҫ төбәктәрендә йәшәгәндәр ҙә үҙҙәренең проблемаһы менән мөрәжәғәт итә алһын өсөн видеоконференцэлемтәне әүҙем файҙаланыу күҙаллана.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе – яугирҙәрҙең туғандары, ата-әсәләре, хәләл ефеттәре. Барыһының да үҙ һорауҙары, үтенестәре, теләктәре бар. Тәү сиратта был - тейешле льготалар алыу, медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ярҙам күрһәтеү, документтар тултырыу, көнкүреш мәсьәләләре. Олег Голов бөтә мөрәжәғәттәрҙе лә шәхси контроленә алды һәм фонд филиалында бындай ҡабул итеүҙәрҙе даими уҙғарырға кәрәклеген билдәләне.

“Миңә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр, проблемалар төрлө. Ғәмәлдәге Рәсәй ҡануниәте сиктәрендә, башҡа яуаплы ведомстволар менән берлектә беҙ уларҙы эшкәртәбеҙ. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалына ҡабул итеү барышында килгән һорауҙарҙы мин үҙ контролемә алдым. Фондтың эше нисек төҙөлгәнен беләм һәм республика филиалында даими рәүештә граждандарҙы ҡабул итәсәкмен”, – тине сенатор.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалында көн һайын юристарҙан, нотариустарҙан, социаль хеҙмәттәрҙән, психологтарҙан квалификациялы консультация алырға мөмкин.

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фонды. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас